

— Ҡортсолоҡ шөғөлө уңғандарҙы ярата, бал ҡорттарын тәрбиәләү өсөн үҙең дә улар кеүек тынғыһыҙ булырға тейешһең, — ти Амангилденән Ғабдрахман Әүбәкеров. — Һуңғы йылдар ҡоро килгәнлектән үҙебеҙҙә бал алып булмай. Шуға күрә умарталарҙы икенсе райондарға сығарабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, Инйәр тирәләй улар йүкә балы йыйҙы, уны һурҙыртып алдыҡ һәм умарталарҙы күптән түгел Силәбе өлкәһенә ҡарабойҙай баҫыуҙары янына күсерҙек. Йүкә балы йыл да булмай, ҡорттар йыйған йүкә балы һатыуға ла етте, улар үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ запасы ла тупланы, билдәле булыуынса, нәҡ йүкә балы менән ҡорттар ҡышты яҡшы сыға.
Тиҫтә йылдан ашыу бал ҡорттары тотҡан арауыҡта Ғабдрахман Зәйнулла улы бал кәсебенең бар нескәлектәрен өйрәнеп, бөжәктәрҙең хатта кәйефен асыҡларға күнеккән.
— Башҡорт бал ҡорттарын тотам, уларҙың бал йыйыуын күҙәтергә яратам: шундай тырышлыҡ менән умартаға бал ташый бит улар. Көслө булыуы менән айырылып торған башҡорт тоҡомло ҡорттар тәүлеккә, башҡалар 10 литр йыйғанда, 15 литр бал йыя ала, — тип һөйләй Ғабдрахман Зәйнулла улы.
Ғ. З. Әүбәкеров әйтеүенсә, бал ҡорттары тотоуҙы ул ике умартанан башлап ебәргән заманында. Кәсебенең уңышлы барыуында был эштең нескәлектәрен төшөндөргән, һәр эштә ярҙам иткән билдәле умартасы Мәҙинә Ибраһимоваға рәхмәтле ул:
— Был шөғөлгә тотонғанда Мәҙинә Рәсих ҡыҙы һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Ҡорттарҙы һатып алыуҙан алып, уларҙы тәрбиәләү эшен ентекле өйрәтте, хатта умарталыҡтарға бергәләп сығырға йыбанманы. Бөгөнгө уңыштарымда тәжрибәле умартасының өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
Ғабдрахман ағай ейәне Батырҙың үҙе менән бергә йөрөп, ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныуына ҡыуанысын йәшермәй.
— Быға тиклем ҡорттарҙы ҡатыным Әлфинә менән икәүләп ҡараныҡ. Хәҙер иһә һәр эштә ейәнем ҙур ярҙамсы. Сөнки бер кешегә ауырға тура килә: умарталарҙы күсергәндә күтәрешергә лә кәрәк, бал һур-ҙырғанда ла ярҙамсыһыҙ булмай, — ти ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы, шул тирәнән үткән кабелдәрҙәге элемтә бәйләнешен тикшереүсе, һуңынан «Газпром»дың обход-чигы булған Ғабдрахман ағай урман-ҡырҙарҙа емеш-еләк ҡайҙа мул булғанын, шифалы үләндәр үҫкән ерҙәрҙе яҡшы белә. Шуға ла балалар-ейәндәре менән тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда дарыу үләндәре, еләк-бәшмәк йыйырға яраталар.
— Быйыл күп итеп боланут йыйып, унан сәй әҙерләп алдыҡ. Шулай уҡ мәтрүшкә, һары мәтрүшкәне һәм башҡа дарыу үләндәрен етерлек йыйҙыҡ. Урманда үҫкән ағас еләге, ҡарағат хуш еҫлерәк тә, тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та, шуға емеш-еләктең дә ҡырҙа үҫкәненә өҫтөнлөк бирәбеҙ, — ти әңгәмәсем. — Әлбиттә, уларға үҙебеҙҙең балды ла ҡушып сәй эсһәң, йәнгә шифа, тәнгә — дауа.