Төрлөһөнән
20 Августа 2021, 12:10

Алып барыусы булғығыҙ киләме? Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Спутник ФМ радиостанцияһы «Уфимская волна» конкурсының гала-концертын алып барыусыларға кастинг иғлан итә.

Спутник ФМ радиостанцияһы «Уфимская волна» конкурсының гала-концертын алып барыусыларға кастинг иғлан итә.

Музыкаль конкурс 10-сы йыл рәттән уҙғарыла. Юбилейлы 10-сы миҙгелдең финалы ноябрь аҙағында «Торатау» Конгресс-холында уҙа. Йола буйынса сараны БСТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарап буласаҡ. Ҙур телевизион шоуҙа һеҙҙең дә алып барыусы булып ҡатнашыу мөмкинлегегеҙ бар!

Кастинг еңеүсеһе гала-концертты алып барыуға хоҡуҡ алыу менән бергә иҫтәлекле статуэтка һәм ҡиммәтле бүләккә эйә буласаҡ. Был – ике кешегә ял итеүгә путевка.

Алып барыусылар конкурсында ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? 15 сентябргә тиклем https://уфимская-волна.рф һылтанмаһы буйынса конкурс майҙанына ҡыҫҡа видео (60 секундҡа тиклем) ебәрергә. Тулыраҡ мәғлүмәт https://уфимская-волна.рф сайтында.

Әгәр һеҙ бик үҙенсәлекле, музыкаль, юморға бай һәм һөймәлекле икәнһегеҙ – конкурста ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас