Өфөлә көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында йөк транспортының йөрөүе ваҡытлыса сикләнде. Сикләү, көндөҙгө һауа температураһы +32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта, 31 авгусҡаса сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем ғәмәлдә була.
Мэрия хәбәр итеүенсә, Өфө — Аэропорт, Өфө — Шакша — КПМ, Өфө — Жилин, Бөрө тракты һәм Өфө — Затон — КПМ йүнәлештәре буйынса дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында хәрәкәт сикләнгән.
Был сараның маҡсаты — дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарының асфальт япмаһын һаҡлап ҡалыу.