Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2021, 07:05

Тыуым артамы-кәмейме?

Беҙҙең районда йыл башынан 311 бала донъяға килгән. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда тыуым кәмегән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Башҡортостанда белгестәр 2021 йылдың июлендә тыуымдың артыуын теркәгән. Йылдың етенсе айында республикала 3 490 сабый донъяға килгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 87 балаға күберәк (плюс 2,6%).

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса илдә — бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

«Республика ғаиләләрендә өсөнсө һәм артабанғы булып тыуған балалар һаны арта бара. Әйтәйек, быйыл ғинуар-июль айҙарында 7 036 бала тыуған, был иһә 2020 йылдың ошо уҡ осорона 355 сабыйға йәки 5,3 процентҡа күберәк», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Ләкин йыл буйынса дөйөм алғанда, тыуымдың кәмеүе теркәлә. Ағымдағы йылда бөтәһе 22 779 бала донъяға килгән, был 2020 йылдың ғинуар-июленә ҡарағанда 3,3% процентҡа аҙыраҡ (ул саҡта 23 559). Республикала тыуым темпы 1,1 процент пунктына кәмегән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас