Төрлөһөнән
2 Сентября 2021, 10:20

Йөклө ҡатындар өсөн ниндәй хеҙмәт шарттары ҡаралған?

Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы буласаҡ әсәйҙәр эш урындарында ниндәй хоҡуҡтарға эйә булыуын аныҡланы.

Беренсенән, эш биреүсе штатты ҡыҫҡартыу осрағында йөклө ҡатынды ҡыҫҡарта алмай. Законлы нигеҙ булмайынса буласаҡ әсәйҙе эштән сығарыу өсөн штраф, хатта енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Икенсенән, бәпес алырға йыйынған хеҙмәткәрҙе төнөн, ял көндәрендә йәки эш ваҡытынан һуң эшкә йәлеп итергә, командировкаларға ебәрергә ярамай. Бынан тыш улар тулы булмаған эш көнөнә лә хоҡуҡлы. Әммә шарттарҙы эш биреүсе менән алдан килешер кәрәк.

Өсөнсөнән, йөклө ҡатын-ҡыҙ зыянлы производствола көс түгә икән, уны икенсе эшкә күсереү зарур. Әммә эш хаҡы үҙгәрмәҫкә тейеш.

Дүртенсенән, буласаҡ әсәй өсөн эштә һынау ваҡыты ҡуйыу тыйыла.

Йөклө ҡатындар өсөн ниндәй хеҙмәт шарттары ҡаралған?
Йөклө ҡатындар өсөн ниндәй хеҙмәт шарттары ҡаралған?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас