Экспертиза был эште башҡарып сығыр өсөн монументты урынынан алыр кәрәк тип белдерҙе. Документ ошо көндәрҙә Башҡортостандың милли мираҫын һаҡлау буйынса дәүләт идаралығы порталында донъя күрҙе. Экспертиза Өфө, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары белгестәре тарафынан үткәрелде тиелә унда.
Инженерҙар әйтеүенсә, һәйкәлдең тотороҡлолоғо юғала бара, айырыуса аттың алғы һул аяғы таушалған һәм ул алмаштырыуҙы талап итә. Ҡайһы бер урындарҙа скульптура һауа шарттарына бирешеп, үтә тишелгән. 2019 йылдан бирле коррозия майҙаны 10 проценттан ашҡан. Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн Салауат Юлаев майҙанын ябырға һәм һәйкәлде урынынан алып, төҙөкләндерергә тәҡдим итәләр. Әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнә. Бөтә эштәр ике йылға хәтлем һуҙылыуы ихтимал...