Төрлөһөнән
7 Сентября 2021, 06:11

Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр...

Фәнил ағай Минһажевтың ҡулында теләһә ниндәй тимер киҫәге лә кәрәкле деталгә әүерелә. Етмеш йәшен ҡыуып барһа ла, ул малайҙарса ихлас ҡыҙыҡһыныу менән тормош-көнкүреште еңеләйтеүсе төрлө машиналар ҡороу менән шөғөлләнә.

Амангилде Кулибины
Фәнил ағай Минһажевтың ҡулында теләһә ниндәй тимер киҫәге лә кәрәкле деталгә әүерелә. Етмеш йәшен ҡыуып барһа ла, ул малайҙарса ихлас ҡыҙыҡһыныу менән тормош-көнкүреште еңеләйтеүсе төрлө машиналар ҡороу менән шөғөлләнә. Алтын ҡуллы уҙаман, ул яһаған техника һәм ҡорамалдарҙың бер өлөшө менән район һабантуйында танышҡайным, яңыраҡ оҫта менән шәхсән әңгәмәләшеү яйы сыҡты.
Амангилде Кулибины сығышы менән Тал Ҡусҡарынан. Тыуа-тыуғанынан техника ене ҡағылып, тимер-томор араһында буй еткергән егет Ярлыҡапта һигеҙ класс бөткәс, артабан уҡыу тураһында уйламай. Маҡсаты бер — тиҙерәк механизаторға уҡырға һәм тракторға ултырырға! Йәйҙе колхозда төрлө эштәрҙә йөрөп уҙғарып, көҙгөлөккә хужалыҡтан йүнәлтмә алып, СПТУ-ға уҡырға инә. Бер йылдан инде «Заветы Ильича» колхозының Ҡусҡар бригадаһына тракторсы булып эшләй башлай. Армия алдынан хәрби комиссариаттан Белоретҡа ДОСААФ-ҡа уҡырға ебәрелеүе техникаға ғашиҡ кеше алдында яңы офоҡтар аса. Хәрби хеҙмәтте КрАЗ машинаһы водителе булып үтеп, армияла уҡ 2-се класлы шофер категорияһына эйә булып ҡайта. Артабан колхоздың ниндәй генә йөк «аттарын» ауыҙлыҡламай ул — ГАЗ-51, ГАЗ-52, ГАЗ-53, ЗИЛ, КамАЗ машиналарын йөрөтә, тиҙҙән уға 1-се класлы шофер категорияһы бирелә.
Тормош беҙ теләгәнсә генә барһа икән!.. Фәнил Раил улы ҡырҡҡа ла инмәй тол ҡала. Икенсегә ғаилә ҡора. Хәләле мәктәптә уҡытыу эшен ҡалдырып китә алмағас, ир кешегә икенсе ауылға күсеп барырға тура килә. 1990 йылдан Амангилделә йәшәй. Ғаиләлә уртаҡ ике бала донъяға килә.
— Бында килгәс, совхозға эшкә төштөм. «Амангилде» айырым хужалыҡ булып бүленгәнгә тиклем беҙҙә «Заветы Ильича» колхозының бер бригадаһы булды. Шуға күрә коллектив менән таныш инем, — тип хәтирәләргә бирелә Фәнил ағай.
Техниканы биш бармағы кеүек белгән һөнәрмәнде механик, баш инженер ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып та эшләй. 1997 йылға тиклем. Артабан хужалыҡ тарҡала. Эшләйем тигән кешегә шөғөлө табыла. Районда яңы асылған мәрмәр карьерына — «Орлец» ДУП-ына урынлаша. Тик унда ла тотороҡлолоҡ булмай, эшселәрҙе йыш каникулға ебәреүҙәре йөҙәтә, ахыр сиктә, быға тиклемге байтаҡ ғүмерен коллектив хеҙмәттә үткән ир-ат үҙмәшғүллеккә күсергә ҡарар итә. Ағас эшен белгән балта оҫтаһы булараҡ ҡулаҡса таба, шәхси ярҙамсы хужалығын үҫтерә.
Ана шул күпләп мал тотҡан осорҙа ғаилә башлығының ауыл тормошон еңелләштереү тураһында башына килгән уйҙарҙың һөҙөмтәһен бөгөн ысынбарлыҡта күрәбеҙ ҙә инде. Мал көткәс, аҙығы кәрәк. Т-16 тракторы һатып ала. Ә ҡалғанын — бесән сапҡыс, тырма, кәбән ҡойғос КУН-ын үҙе эшләй. Хәҙер, балалары үҫеп таралышҡас, малдарын бөтөрһәләр ҙә, Фәнил ағайҙың техникаһы буш тормай — бесән әҙерләү, ташыу буйынса башҡаларға хеҙмәт күрһәтә. Яҙғыһын һуҡаһы менән ер һөрөүгә сыға. Минһажевтар үҙҙәре иһә биш сутыйҙай ерҙә картуф үҫтерә. Уны сәскәндән ҡаҙғанға тиклемге бөтә эш этаптары ла Фәнил ағайҙың рационализаторлыҡ оҫталығы һәм алтын ҡулдары менән механизацияланған. Мотоблок ҡына магазиндыҡы. Культиватор, картуф күмгес һәм ҡаҙғысты, билдәле, үҙе эшләп алған. Мотоблокка заводта ҡуйылған резина тәгәрмәстәр һөрөлгән ерҙә бата тип, уныһына ла лайыҡлы алмаш уйлап тапҡан, «Ока» машинаһының дискыларынан «тешле» тәгәрмәстәр эшләгән. Ауыл кешеһенең сей елкәһенә тейгән картуф эпопеяһы Минһажевтарҙа башлыса ҡул көсө түкмәй генә башҡарыла шулай. Уңышты һатыуҙа ярҙамлашҡан Сибайҙа йәшәгән балаларының өлөшөн иҫәпләмәгәндә инде. Рационализатор ағай әле уңышты йыйыу өсөн ҡулайлама — транспортер эшләү өҫтөндә. «Картуф транспортерҙан күтәрелгәндә тупрағы ергә ҡойоласаҡ, уңыш бункерға төшәсәк, күләме ике-өс биҙрә һыйҙырышлы буласаҡ», — тип күҙаллай ул буласаҡ ҡоролманы.
— Тимер-томорҙарынан айырып алып булмай ағайығыҙҙы. Һәр ваҡыт нимәлер эшләй, ҡора, эшенең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтлек кисерә, — тип һөйләй тормош юлдашы, мәғариф ветераны Зөлфирә Хәйер ҡыҙы.
Фәнил ағайҙың ялтлап торған өр-яңы «Рено Сандеро»һы ла бар, әммә уның менән тигеҙ яҡшы юлдарҙа ғына йөрөй. Урман-тауҙар ҡыҙырырға квадроцикл йыйып алған. Был заман арғымағының салондарҙағы хаҡы иҫ китмәле ҡиммәт. Ә уға ике квадроцикл эшләү 40-45 мең һум тирәһенә барып баҫҡан. Ниңә икәүме? Ҡәйнешенең квадроцикл тураһындағы хыялын тормошҡа ашырған оҫта, бер ыңғай үҙенә лә эшләгән. Бының өсөн ике «Ока»ны ҡутарған. Ғөмүмән, иҫке техникаларға яңы ғүмер биреүсе кеше — геройым. Алмаш өлөшө һәм материалы булһа, ҡалғаны — аҡыллы баш һәм тынғы белмәҫ ҡулдар эше.

Булыр бала биләүҙән
Был һүҙҙәр Данис Мөхәмәтовҡа төбәп әйтелгәнме ни? Рысҡужала уны «Кулибин», «механик» тип йөрөтәләр. Уға ни бары 21 йәш. Хатта өлкән ағай-апалар ҙа машина «йөрәген» тыңлатырға, «тимер аттың» көйһөҙләнеү сәбәбен асыҡлатырға уға килә. Юлда машинаһы ҡыйрағандарға йәһәтләп үҙе ярҙамға ашыға. Данистың үҙ ҡулдары менән ҡороп алған баггиһында ҡойон уйнатып елеп сығып киткәнендә: «Иҫән-һау йөрөһөн инде был бала», — тип ауыл инәйҙәре йөрәген тотоп ҡала. Кемдең саң һурҙырғысы боҙолған, сепараторы яҡшылап ҡаймаҡ айыртмай, һыу насосы, башҡа көнкүреш техникаһы эшләмәй — барыһы ла уға күҙ төбәй. Егеттең автомагнитолалар йүнәтеү белгесе тигән яҡшы даны мәктәп йылдарынан уҡ сыҡҡан. Йәшенә күрә түгел, булдыҡлы, бөтмөр, һәр яҡтан отҡор улдары — ата-әсәһенең ғорурлығы, һеңле-ҡустыһы өсөн эшһөйәрлек үрнәге.
Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, 21 йәшлек Данистың бар яҡлап маһирлығы атаһынан. Миҙхәт Мөхәмәт улының да ҡулынан килмәгән эш юҡ. Иң мөһиме, улдарын бәләкәйҙән ир-егеттәр эшенә ылыҡтыра белгән. Аяғы аҫтында буталып, тегенеһен-быныһын урынынан шылдырып йөрөгән 2-3 йәшлек улын: «Ҡамасаулама әле», — тип орошһа, сөй-сүкешкә тейгәнендә берәй ерен имгәтер, тип аяп ала һалһа, үҫә төшкәс, тәжрибәһеҙлегенән ҡурҡып, мөһим эштәрҙе үҙаллы башҡарыуына ышаныс белдермәһә, ҡиммәтле инструменттарын йәлләһә, бәлки, Данис та бөгөн эш рәте белмәгән, ваҡытын телефонға тексәйеп үткәргән егет ишараты булыр ине. Ҡустыһы, 12 йәшлек Ильяс та күптән ҡул араһына ингән. Мал йәнле, күберәге кәртә-ҡура тирәһендә булышыусы төпсөктө, күрше-күлән яратып, «фермер» тип йөрөтә.
2-3 йәшендә сөй ҡағып өйрәнгән Данис мәктәпкә барғанға тиклем ағастан уйынсыҡ трактор-машиналар эшләп уйнай. Ауылда хоккей майҙансығы булдырылғас, ҡыҙыҡһынып сәкән һуғырға йөрөй башлаған малайға ата-әсәһе коньки алып бирә. Ләкин тиҙҙән уйын урынына ул тиҫтерҙәренең һынған сәкәндәрен, нимәһелер бушаған конькиҙарын алып ҡайтып йүнәтеүҙе ғәҙәт итә. Шулай итеп, унан хоккейсы сыҡмай.
2011 йылда Мөхәмәтовтар яңы өй күтәрә. Үҙен ҙур егет итеп хис иткән, ул мәлдә ни бары 11 йәшлек Данис нигеҙ ҡаҙғандан алып төҙөлөштөң бөтә этаптарында ла атаһының уң ҡулы була. Ғаиләлә баш бала булғанғамы, үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойған, тотонғанын урын-еренә еткереп башҡарған Данис менән ата-әсәһе лә өлкәндәрсә кәңәшләшеп эш итә. Өй төҙөүе еңел түгел, өҫтәүенә, ҡыйыҡ аҫтында икенсе ҡат булдырырға ла ҡарар иткәстәр, төҙөлөш ике-өс йыл дауам итә. Ғаилә башлығы бүлмә ишектәрен ултыртыу, түшәмгә панель ҡатыу кеүек эштәрҙе был ваҡытҡа байтаҡ оҫтарған, таһылланған үҫмер ихтыярына ҡуя. Йылытыу торбаларын да тулыһынса үҙе үткәрә.
— Пластик торбалар менән эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Йылылыҡ, һыу үткәреү, канализация системаһы һалыу — минең бизнесымдың бер йүнәлеше хәҙер. Панель ҡуйҙыртыу буйынса ла мөрәжәғәт итәләр, — ти, ғәжәпләнеүемә яуап итеп, егет. — Ныҡышып атайымдың иретеп йәбештереү аппараты менән дә үҙаллы эшләргә өйрәндем. Дөрөҫ, тәүге тәжрибәм «ҡуян тотоу» менән тамамланды, икенсе көн күҙҙәремде аса алмай мәктәпкә лә барманым.
Уның ҡарауы, хәҙер нимәгә тотонһа ла, белмәгән эше юҡ егеттең. Семәрле ҡапҡаларҙы, албаҡсаны егет бер үҙе эшләгән. Былтыр өлкәндәр ҡунаҡтан йөрөп ҡайтыуҙарына өй фасадын металлосайдинг менән көпләп бөтөп аптыратҡан, ҡалғанын атаһы менән «һә» тигәнсә икәүләп уратып сыҡҡандар. Киләсәктә, бәлки, СТО асырмын тигән ниәттә өйҙәгеләрҙе гаражды ҙур итеп һалдыртыуға ышандыра алған.
Эйе, егеттең күп һанлы шөғөл-мауығыуҙары араһында иң төп урынды барыбер техникаға ынтылыш биләй. Бала сағында ябай велосипедҡа «люлька» әтмәләп, һеңле-ҡустыһын ултыртып йөрөтә, «Урал» бензобысҡыһының двигателен ҡуйып мопед эшләп маташа, металл эҙләгес ҡороп алтын табырға уйлай. Бер ҡатлы эскерһеҙ балалыҡ хыялдарының барыһы ла тормошҡа ашмай, уңышһыҙлыҡтарға ла осрай, ләкин былар ҙур тәжрибә бирә. Мәктәп йылдарында ағас эшкәртеү станогы эшләп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мопед тарихы уңышһыҙ тамамланһа ла, өлкән кластарға еткәс, әлеге бензобысҡы моторын һәм уның яғыулыҡ багын яңы ҡорған мини-байкында файҙалана. Һабантуйҙарҙа балаларҙы йөрөтөп аҡса эшләгән был бәләкәй генә матайы менән Данис республика кимәлендә йәш техниктарҙың «XXI быуат лабораторияһы» фестивалендә еңеү яулай. Авиация-техник университетына туранан-тура юл асыла. Самолет ҡороу уйы менән янған егеттең маҡсаты ошо уҡыу йортона инеү түгелме һуң?! Ләкин документ тапшырырға барғанда уҡ баш ҡаланың алыҫлығы биҙрәтә. Ауылға һирәк ҡайтыу тураһындағы уйҙан уҡ ҡыйын булып, Магнитогорскиҙағы техник университетҡа уҡырға барырға ҡарар итә.
Автомобиль сервисы факультетын һайлаған буласаҡ инженер-механик быйыл һуңғы, 4-се курста уҡый. Күңеле һөйгән һөнәрҙе «йырлап» үҙләштерә. Ошоғаса үҙ ныҡышлығы менән ейгән ғәмәли белемен теорияла нығыта. Ял көндәрендә ауылға ашыға. «Данисты беҙ һирәк ваҡыт өйҙә күрәбеҙ. Башлыса гаражда ул. Берәй нәмәгә тотонһа, уға тиҙерәк бөтөргә кәрәк. Ашауҙы ла, йоҡоно ла онота. Әйткәндәй, ул нимә теләй — шуны бешереп ашарлыҡ кулинар һәләтенә лә эйә. Пицца, печеньелары тел йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Ҡомарлы балыҡсы ла. Интернет селтәрендә ваҡыт уҙғарыуҙы, телефон уйындарын бер ҡасан да өнәмәне. Үҙе бер башҡа кеше инде ул», — ти әсәһе Айгөл Ишбулды ҡыҙы улы тураһында.
Әле студент ҡына булһа ла, Данис күптән инде матди яҡтан үҙен үҙе тәьмин итә. Төҙөлөш, ремонт, машиналар йүнәтеү буйынса хеҙмәттәр башҡарып ҡулаҡса таба. Аҡсаһына кәрәкле инструменттар, тимер-томор һатып алыуға тотона. Бигерәк тә алмаш өлөштәргә һүтеүҙән башҡаға эшкинмәгән иҫке машиналарға битараф түгел. Былтыр өс машинаны ҡутарып, каркасын тимер торбаларҙан йәбештереп, «девятка»ның двигателен ултыртып, хәтәр генә автомобиль — багги эшләгән. Уның менән юлһыҙ ерҙәрҙә лә елдереп йөрөй Данис. «Һораусылар, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бәлки, һатып ебәрермен», — ти егет.
Данистың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындым.
— Ауылда йәшәйәсәкмен. Ҡала минеке түгел. Машиналарҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәгем буласаҡ, тип күҙаллайым. Һәр сантиметрына тиклем уйлап иркен өй һаласаҡмын. Самолет эшләп осоп ҡарау хыялым да үҙ көсөндә әле. Кәләш алғанға тиклем уны тормошҡа ашырып өлгөртәһем бар, — тине ул мут йылмайып.

Ир-егеттең йөрәгендә  эйәрле-йүгәнле ат ятыр...
Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр...
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас