Төрлөһөнән
15 Октября 2021, 10:35

Талҡаҫ — айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күлен айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе исемлегенә индереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Күрше районда 15 майҙа үткән кәңәшмәлә күлде, уның тирә-яғын вәхшиҙәрсә файҙаланыуҙан һаҡлау тураһында һүҙ барғайны. Сөнки был һыу ятҡылығы йылдан-йыл ошо төбәктә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүсе эшҡыуарҙарҙан зыян күрә. Атап әйткәндә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдары халҡы властәргә «Семеновский рудник» йәмғиәте эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт иткәйне. Талҡаҫтың яңы статусы уның тирәһендә ниндәй ҙә булһа ла ҡаҙыныу, ҡаҙылмалар сығарыу эшен тыясаҡ. Бынан тыш һыу аҫтында балыҡ аулау, күмәртәләп балыҡ тотоу ҙа ярамай.

Талҡаҫ Урал аръяғының иң матур тәбиғәт биләмәләренең береһе, уның оҙонлоғо 3,9, киңлеге 1 километр. Иң тәрән урыны 12 метрға етә. Күлде БР Ҡыҙыл китабына индерелгән 10 төрлө, Рәсәй Ҡыҙыл китабына ингән  9 төр ҡоштар төйәк итә.

Талҡаҫ — айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе
Талҡаҫ — айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас