Төрлөһөнән
23 Октября 2021, 03:00

Тәбиғәтте һаҡлау – бурысыбыҙ

Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы ағзалары ике һыу ятҡылығына балыҡтар һәм ҡыҫалалар ебәрҙе. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы ағзалары ике һыу ятҡылығына балыҡтар һәм ҡыҫалалар ебәрҙе.

Мулла карьерына – ике йөҙ баш ҡыҫала, ә Бөресклет хужалығы ауылы быуаһына биш йөҙ һаҙан, табан һәм башҡа төрлө балыҡтар ебәрелде, тип белдерә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Октябрьский ҡалаһы һунарсыларһәм балыҡсылар ойошмаһына ҡараған  биләмәләрҙә балыҡтар ебәреү менән даими шөғөлләнәбеҙ. Сара “Балыҡ тотоу һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында” федераль законы һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының “Һыу биологик ресурстарын климатлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тәртибен раҫлау тураһында” бойороғона ярашлы башҡарыла.  Ҡыҫалаларҙың һәм балыҡтарҙың тейешле ветеринар документы бар, был акваторияға инфекция индермәҫкә ярҙам итә, – тип аңлата Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы егере Геннадий Агапитов.

Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Автор:Гөлсирә Мөхәмәтдинова
Читайте нас