+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2021, 22:35

Башҡортостан китапханалары яңы проект тормошҡа ашыра

Башҡортостанда яңы быуын китапханалар "Минең Башҡортостан" виртуаль видео-энциклопедияһын   формалаштыра. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Октябрь башында «Минең Башҡортостан» виртуаль видео-энциклопедияһын формалаштырыу башланды, уның авторы булырға Башҡортостандың барлыҡ райондары һәм ҡалаларынан модель китапханалар саҡырылғайны. Башҡортостан Республикаһында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолған ете яңы быуын китапханаһы проекттың кураторҙары булдылар.

Виртуаль видео-энциклопедия - ул ете тематик йүнәлеш буйынса видеороликтар: Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, ғаилә традициялары, Башҡортостандың милли кухняһы, тыуған яҡ тәбиғәте, Башҡортостан рәссамдары, Башҡортостандың милли костюмы элементтары, Башҡортостан халыҡтары балалары өсөн халыҡ уйындары.

«Минең Башҡортостан " виртуаль видео-энциклопедияһы Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм сәнғәте буйынса белемде тәрәнәйтеү, республиканың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, модель китапханаларҙың инновацион эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм ғәмәлгә индереү, модель китапханаларҙың эш формаларын һәм ысулдарын популярлаштырыу маҡсаттарында булдырылған.

 Заманса  китапхана-кураторҙарҙың бурысы - тәҡдим ителә торған эштәргә ҡуйылған барлыҡ талаптарға яуап бирә торған иң яҡшы видеороликтарҙы асыҡлау.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: