

Республикала уңайһыҙ һауа шарттары фаразлана.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 29 октябрҙә республиканың айырым райондарында ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ, 500-1000 метрға тиклем яуым-төшөм көтөлә.
Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡҡа күсеүсән, төндә секундына 0-5 метр, көндөҙ 7-12 метр. Һауа температураһы төндә -4, +1, көндөҙ 0, +5 градус була.