

Йолаға тоғро ҡалып, киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылғандар араһында «Аҙна һайын бүләк!» уйынын башланыҡ. 2022 йылдың ғинуар-июнь айҙарына «Осҡон» гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәргәндәр араһындағы беренсе уйынға бүләккә ҡырынғыс (аккумулятор ярҙамында эшләй) ҡуйылды. Уны Әбделмәмбәт ауылынан Әүхәҙей Ҡарамырҙин отто. Еңеүсебеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләген редакциянан килеп алыуын көтөп ҡалабыҙ.
Кемдәр киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон»ға яҙылып өлгөрмәгән, абонемент тултырыу өсөн почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Асҡарҙа йәшәүселәр редакцияның үҙенә килеп яҙыла ала.
Яратҡан баҫмаларығыҙға шулай уҡ rbsmi.ru. сайтында онлайн яҙылырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының «Яҙылыу» бүлегендә баҫма йәиһә электрон булған гәзит-журналды һайлап яҙылырға мөмкин.
Баҫмабыҙға яҙылығыҙ ҙа «Аҙна һайын бүләк!» уйынында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен Асҡар, Ленин урамы, 14а адресы буйынса редакцияға ебәрегеҙ. Бынан тыш, бер республика һәм район гәзитен алдыртыусылар «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто уҙғарған «Яҙыл һәм бүләк от!» дөйөм республика конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ота ала.
Мөхәрририәт.