Ан-12 йөк самолеты 3 ноябрҙә сираттағы рейс мәлендә бәләгә тарый. Самолет салонындағы 9 кеше – экипаждың 5 ағзаһы һәм тағы 4 кеше урында һәләк була. Улар – Рәсәй, Украина һәм Белоруссия граждандары. Иркутск өлкәһе губернаторы Игорь Кобзев белдереүенсә, һәләк булыусылар араһында “Заполярье” авиация компанияһының генераль директоры һәм уның беренсе урынбаҫары ла булған. Әлегә раҫланмаған сәбәп – самолеттың боҙло ямғырға эләгеүе арҡаһында артабан оса алмаҫлыҡ хәлгә етеүе. Ан-12 ҡолаған урында ут һүндерелгән, тикшереү бара.