Төрлөһөнән
10 Ноября 2021, 06:33

Был аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Республикала температураның минус 18 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Был аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөләБыл аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә
Был аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Республикала температураның минус 18 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, шаршамбыға ямғырҙар епшек ҡарға күсә.

«Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел йүнәлешен көньяҡтан төньяҡҡа үҙгәртә, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,+3 градусҡа тиклем түбәнәйә», — тип белдерә синоптиктар.

11 ноябрҙә республикаға арктик һыуыҡ килә. Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -13,-18 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ термометр бағанаһы -1,-6 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм туҡтай, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ һаҡлана.  

 

Автор:
Читайте нас