Төрлөһөнән
12 Ноября 2021, 05:26

Киң күңелле, алсаҡ кеше булды

З. Х. Заһретдинова 19 йәшендә район типографияһына ҡулдан хәреф йыйыусы булып эшкә килә. Был ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәргә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен биреп, хаҡлы ялға киткәнсе матбуғатҡа хеҙмәт итте ул.

Киң күңелле, алсаҡ кеше булдыКиң күңелле, алсаҡ кеше булды
Киң күңелле, алсаҡ кеше булды

14 ноябрҙә матбуғат ветераны Зөлфирә Заһретдинованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тула.
З. Х. Заһретдинова 19 йәшендә район типографияһына ҡулдан хәреф йыйыусы булып эшкә килә. Был ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәргә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен биреп, хаҡлы ялға киткәнсе матбуғатҡа хеҙмәт итте ул. Ҡул менән бөртөкләп, һәр хәрефте йыйып, аҙнаһына өс сыҡҡан гәзитте тапшырғансы, төнгө сәғәт 2-3-тәргә хәтлем дә эшләргә тура килә ул осорҙа. Әммә улар бер ҙә эшен ташлап ҡайтып китмәй, номерҙы һуңлатмай. «Типографияла эшләгән йылдарым — ғүмеремдең иң матур хәтирәләре», — тиер ине.
«Осҡон» — «Искра» гәзиттәре ҡулдан йыйылып баҫылған осорҙа һыуыҡ бинала тимер тотоп эшләүҙәре үҙен һиҙҙертмәй ҡалмай, әлбиттә, олоғайғас, быуындары һыҙлап ыҙалатты.
Нисек сирләһә лә «ауырыйым» тип бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп ултырманы Зөлфирә апай. Барып инһәң, тиҙ генә сәйен ҡуйып ебәрер ине. Шаян, йор һүҙле апайыбыҙ ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрен һөйләп көлдөрөп тә, моңло итеп йырлап та ала торғайны. Әйткәндәй, ихлас, алсаҡ Зөлфирә апайыбыҙ янынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне: урамдаштары хәлен белешеп торҙо, байрамдарҙа әхирәттәре ҡотламай ҡалманы, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре бер ваҡытта ла уны яңғыҙ ҡалдырманы.
Эшендә маҡтаулы хеҙмәткәр булһа, өйөндә өлгөр хужабикә, хәстәрлекле әсәй ине хеҙмәттәшебеҙ. Тормош иптәше Сафуан ағай менән 60 йылға яҡын ғүмер кисерҙеләр. Бер нисә йыл элек ирен мәңгелек йортона матур итеп тәрбиәләп оҙатҡайны апай.
Заһретдиновтар өс ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарҙы. Һәм ғүмерҙәренең ахырынаса ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп йәшәне. Ейәндәре лә олатай-өләсәйенә хөрмәт йөҙөнән уларҙың һәр кәңәшенә ҡолаҡ һалды.
Барыһына риза булып, тормошонан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәне ул. Шуға ла Хоҙай уға бәхетле ғүмер насип иткәндер: утыҙ йылдан ашыу хаҡлы ялда булып, 82 йәшен тултырып китте ул яҡты донъяларҙан. Зөлфирә апай киң күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл, изгелекле-игелекле булыуы арҡаһында үҙен белгәндәрҙең, уның менән аралашҡандарҙың һәр береһенең күңелендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Ғүмерең буйына кешеләргә тик яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өләшеп йәшәүең һине ожмах түренә илткәндер, Зөлфирә апай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас