Төрлөһөнән
15 Ноября 2021, 11:55

Сибайҙа ковид-госпиталь төҙөлөшө башлана

Был турала бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башлана.

Был турала бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Республикала инфекция дауаханалары базаһын көсәйтергә хәл иттек. Киләһе йылдарҙа коронавирус инфекцияһы менән көрәш мөһим саҡырыуҙарҙың береһе булыр, моғайын. Шуға күрә Туймазыла һәм Сибайҙа госпиталдәр төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек», — тине Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ике майҙансыҡтың раҫланыуын, ведомстволарҙың дауаханалар концепцияһын хуплауын хәбәр итте.

«Һәр госпиталь 9 мең квадрат метр майҙанда урынлаша. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау мәсьәләләре тамамлана. Төҙөлөштөң ике ай эсендә тамамланырына иҫәп тотабыҙ», — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, табиптар дауаханалар эшмәкәрлеген даими үҙгәртеүҙән арып бөттө: инфекция госпитале, күп профилле станционар.

«Төҙөргә кәрәк. Табиптар башҡа сирҙәрҙе лә дауалай алһын өсөн. Тиҙ арала төҙөүегеҙҙе һорайым», — тине Радий Хәбиров.

15 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан стационарҙарында 778 кеше коронавирустан дауалана.

Фото Башинформдан.

Автор:
Читайте нас