

Сулпан менән Әхмәт Тахаувтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 11 йыл. Ҡырҙас ҡыҙы буласаҡ тормош иптәшенән алда бикәсе, ҡайны-ҡәйнәһе менән таныш була. «Класташымдың дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән яҡын әхирәттәр булып киттек. Ә ҡайны-ҡәйнәм, сауҙа кешеләре, беҙҙең ауылда ла йыш һатыу иттеләр», — ти Сулпан, хәлгә асыҡлыҡ индереп. Ҡаҙмашҡа килгәндә ҡыҙҙары Гөлназдың магазинда һатыусы булып торған әхирәтенә күҙ һалып йөрөй өлкән Тахаувтар, улдары Әхмәт менән танышып, ай ярым дуҫлашып йөрөп өлгөрәләр, ураҙанан алда ижәп уҡытыуҙы ҡайғырталар. Шулай итеп, 2010 йылдың 30 июлендә йәш парҙың никахына күктәр фатихаһын бирһә, 1 ок-тябрҙә мөнәсәбәттәрен ЗАГС ҡағыҙы менән рәсмиләштереп, туйҙары гөрләй. Ғаилә ҡо-роуҙары ҡапылғара килеп сыҡһа ла, Сулпан яҙмышын Әхмәт менән бәйләгәненә тамсы ла үкенмәй. Алма ағасынан алыҫ төшмәй — тыныс холоҡло тормош иптәшенең эшһөйәрлегенә, донъя көтөүгә шәплегенә һоҡланып бөтә алмай.
Йәш ғаилә башҡа сығып, Әхмәттең өләсәһенән ҡалған иҫке өйҙә төпләнә. Был нигеҙҙә ике балалары — Сынбулат менән Айнагөл тыуа. Үҙҙәренең тырышлығы, ата-әсәләренең ярҙамы менән өй күтәреп, үҙ донъяларына күсеп сығыуҙарына хәҙер биш йыл. Сынъяһау ҙур йортта уңған хужалар йәшәүе тыштан уҡ күренеп тора. Ғаилә ҡәлғәһе йән-яҡтан тимер менән уратып кәртәләп алынған. Өйҙәре эс яҡтан да тәрбиәле, зауыҡлы, уйлап эшләнелгән, уңайлыҡтар булдырылған. Балаларҙың айырым бүлмәләре бар. Бәхеттәрен тағы ла ишәйтеп донъяға килгән Миңлегөл өсөнсө йәш менән бара хәҙер.
Ғаилә башлығы Әхмәт Әхәт улы Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте эшсеһе. Ә Сулпан Рамил ҡыҙының иңендә Ҡаҙмашҡа килен булып төшкәне бирле — өй хужабикәһе, әсәлек бурыстары. Ваҡытында төҙөү-сегә уҡыуының кәрәге тормош көткәндә әленән-әле тейеп тора. Бөтә төҙөлөш-төҙөкләндереү эштәренең проекттарын хужабикә һыҙа, ә уны тормошҡа ашырғанда иренең төп ярҙам-сыһы булып эргәһендә йөрөй. Әхмәттең ҡулынан килмәгән эше юҡ — ағас эштәре тураһында әйтәһе лә түгел, иретеп йәбештереү, ишек-тәҙрәләр ҡуйыу (пластик тәҙрәләрҙән һис ҡайтыш булмаған рамдарға тиклем үҙе эшләгән) һыу, канализация үткәреү, хатта мейес сығарыу. Өй төҙөгәндәр бына ошоларҙың һәр береһен үтә һәм, төҙөүселәрҙе, белгестәрҙе яллап эшләткәндә, апаруҡ аҡса сыҡҡанын белә. Тахаувтар бөтәһен дә үҙҙәре башҡарғас, төҙөлөш материалдарына киткән сығымдарҙан тыш, артыҡ аҡса сарыфламай. Булғанды бәрәкәтле итеп тотона беләләр.
Көн үтмәй тип йонсоған өй хужабикәләре киноларҙа ғына, ти Сулпан. Ауылда тик ултырырмын тимә. Өҫтәүенә бәләкәй балаларың да булһа. Ашарға бешереү, өй йүнәтеү, иҙән йыуыу, баҡса ҡарау кеүек көндәлек хәстәрҙәре рәтендә иң мөһиме балалар бағыу, тәрбиәләү. Ҡаҙмашта балалар баҡсаһы юҡ. Шуға күрә улы һәм ҡыҙҙарының аң-белем кимәле үҫешенә хәленән килгәнсә иғтибар бүлергә тырыша әсә. Ижадҡа тартылған кеше булараҡ, үҙе лә рәсем төшөрөү, ҡағыҙҙан оригами, аппликациялар эшләүгә әүәҫ, бәләкәстәрен дә был шөғөлдәргә йәлеп итә. Бергәләп китап-журналдар уҡыйҙар. Айнагөлөнөң бейеүгә барымын шәйләп, Асҡарға, сәнғәт мәктәбенә йөрөтә. Дөрөҫ, балаларҙың хәҙер икәүһе уҡырға төшкән. Сынбулат 3-сө класта, Айнагөл быйыл беренсегә барған. Бәләкәй саҡтарынан өйҙәренә килгән балалар баҫмаларын хәҙер үҙаллы уҡыйҙар. Матбуғат хеҙмәткәре булараҡ, Сулпан һәм Әхмәт Тахаувтарҙың йортонда гәзит-журналдарҙың күплегенә иғти-бар иттем. Юҡһа, йәштәр уҡымай тигән булалар, ә был ғаиләлә, күп уҡыған ата-әсә миҫалында, балалар ҙа «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәншишмә»не уҡып, рухлы булып үҫә, редакциялар ойошторған викторина-конкурстарҙан да ситтә ҡалмайҙар. Был да ата-әсәнән күргәнгә.
Тахаувтар ғаилә менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға еңел күтәрелеүсән. Береһе башлай, икенсеһе хуплай тигәндәй. 2016 йылда «Йәшлек» — фараз» конкурсында еңеп сығып, мультиваркаға лайыҡ булғандар. «Осҡон»ға яҙылып бүләк отҡандар. Айнагөл тыуған йылда ЗАГС бүлеге ойошторған «Мин тыуҙым!» фотоконкурсында ҡатнашып бүләкләнгәндәр. Әсәнең йыбанмауын әйт: 11 айлыҡ бәләкәсенә ашнаҡсы кейеме тегеп, йәнәһе ҡамыр баҫтырып фотоға төшөрә. Конкурсты ойоштороусылар костюмдың ҡулдан тегелгәнлегенә ышанмай хатта. Тегеү — Сулпандың бәләкәйҙән яратҡан шөғөлө. Ҡурсаҡтарға күлдәктәр тегеп, ойоҡтар бәйләп, үҫә төшкәс ҡорамалар ҡорап уйнаған ҡыҙ хәҙер тере ҡурсаҡтары өҫтөнә килешле итеп тегеп кейҙерә. Быйыл «Гүзәлкәй» бәйгеһендә ҡатнашҡан Айнагөлгә милли костюм теккәндә бер һылтауҙан Сынбулаты менән Миңлегөлө лә башҡорт кейемле була. Ҡыҙыҡайҙың район кимәлендәге бәйгелә өсөнсө урынға һәм фотограф Иштимер Йосоповтың махсус бүләгенә лайыҡ булыуына «Афарин» тиергә генә ҡала.
Сулпандың ижад ҡомары һәм фантазияһы былар менән генә сикләнмәй әле. Йыл һайын маскарадта ҡатнашмайынса ҡалмай. «Хатта бәпәйҙәр сәңгелдәктә ятҡан саҡта ла аталарына ҡалдырып байрамға барып ҡайта инем», — тип көлә ул. Үҙенсәлекле костюмдар әҙерләп, бер нисә мәртәбә гран-при яулаған. Былтыр «Үҙеңде тап» клубы ойошторған «Яңы йыл костюмы» онлайн-конкурсында кескәй Миңлегөлгә тиклем кейенеп, ғаилә менән ҡатнаш-ҡандар. Ғөмүмән, Яңы йыл ғаиләнең көтөп алған байрамы. Мөғжизәле байрам мөхитен үҙҙәре булдыралар. Күмәкләп ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре ҡырҡып тәҙрәләрҙе семәрләйҙәр, шыршы биҙәйҙәр. Хатта махсус салонға барып Яңы йыл фотосессияһын да ойоштор-ғандар. Уҙған йыл өй биҙәү конкурсында ауылда гран-при алғандар. Ҡар бабай әүәләү буйынса район бәйгеһендә лә Сулпан Рамил ҡыҙының башҡорт Ҡыш бабайы, интернетта иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булды. Ул ғына ла түгел, өлгөр әсәй ауылда боҙ ҡаласығы төҙөүҙә — ҡарҙан һындар әүәләүҙә әүҙем ҡатнаша.
— Балаларҙың төрлө юҫыҡтарҙа таланттарын һынап ҡарауҙарына мөмкинлектәр бул-дырырға, ижади яҡтан үҫтерергә тырышабыҙ. Атайһыҙ үҫеүем бик күп бала саҡ хыялдарыма кәртә ҡуйҙы. Шуға күрә балаларымдың изге башланғыстарына бер ҡасан да юҡ тимәйем, — ти әсә.
Ағаһы мәрхүм булғас, Сулпан әсәһенең берҙән-бер терәге булып ҡалған. Быйыл әсәһенең өйө янғындан зыян күрә. Ҡыҙы менән кейәүе тиҙ арала торлаҡты тергеҙеп биреп, оло кешенең ҙур фатихаһын ала.
Лайыҡлы йәшәйем, алға китәм тигән булдыҡлылар йүнен таба бит ул! Сулпан менән Әхмәттең йүнселлектәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Аҙ килемле ғаиләләргә контракт буйынса бирелеүсе адреслы социаль ярҙам юллағандар. Ҙур итеп һарай төҙөй башлағандар, тиҙҙән һыйыр алырға уйлайҙар. Ә иң ҙур ҡыуаныстары – ошо көндәрҙә генә Тахаувтар йортона «зәңгәр яғыулыҡ» үтте. Күп балалы ғаилә был маҡсатын газ үткәреүгә бирелгән сертификат нигеҙендә тормошҡа ашырған.
Бына шулай шатлыҡҡа шатлыҡ өҫтәлеп, мөлдөрәмә бәхет тула. Бәхет кәсәләре сайпылмаһын берүк!