Оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған күҙәтеүҙәр һәм үлсәүҙәр ҡояш әүҙемлегенең кәмеүен күрһәтә.
Әйткәндәй, 2020 йылдың аҙағынан рәсми рәүештә яңы, 25 ҡояш әүҙемлеге циклы башланыуы тураһында ла иғлан ителгәйне.
Һуңғы ике тиҫтә йылдағы ҡояш әүҙемлегенең кәмеүе Ер шарында ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, магнит дауылының йышлығы һәм көсө, XX быуаттың икенсе яртыһы менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға кәмегән.