

Заманаһы шулаймы, хәҙер күптәр бәләкәй генә ауырлыҡтарҙы оло итеп күрә, ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала, күңеле төшә. Ә бына мин яҙасаҡ ғаиләне яҙмыш һынауҙары, киреһенсә, нығытҡан, үҙҙәрендә көс табып, ярҙамға, йөрәк йылыһына мохтаж башҡаларҙы үҙ ҡанаттары аҫтына алған улар. Һүҙем — Ҡырҙас ауылынан Фәниә һәм Байрам Лоҡмановтар тураһында.
Ситтән ҡарағанда, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ғаилә кеүек улар. Социаль селтәрҙәрҙә икеһенең дә сәхифәләре йыш күҙгә салына: балаларының уңыштарына һөйөнгән яҙмалары, матур урындарға бергәләп ҡылған сәйәхәттәрҙән фотолар, башҡа ҡыуаныстары менән уртаҡлашыуҙар урын ала. Һин дә мин йәшәп ятҡан, күп балалы татыу ғаилә инде. Лоҡмановтар менән яҡындан танышыу форсаты сыҡҡас, улар менән һоҡланыуым, ихтирамым бермә-бер артты.
Ғаилә башлығы Байрам Сәрүәр улы ипле, кешелекле, һәр һүҙен уйлап әйткән уҙаман булып сыҡты. Ә бына ғүмер юлдашы Фәниә Әкрәм ҡыҙы атлап түгел, йүгереп йөрөгән, мөмкин булһа, Ер шарын ҡулында зыр әйләндерер ханым. Береһе һыу, икенсеһе ут тиер инем. Тап шуға ла бер-береһен тулыландырып, бер бөтөндө тәшкил иткәндәрҙер.
Буҙыҡай ауылында 1 майҙа донъяға килгән малайға байрам хөрмәтенә исемде Байрам тип нарыҡлайҙар. Ишле ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы бик юғары була. Дүрт малай ҙа бөтә эшкә маһир аталарына оҡшарға тырыша. Байрам бик иртә ҡул араһына инә, эш рәтен-тәмен белеп үҫә. Ҡырҙас мәктәбендә уның кеүек һүрәт төшөрөүсе булмай, стенгазеталарҙы биҙәп сығарыуҙы уға ғына ышанып тапшыралар. Техника менән дә ныҡ ҡыҙыҡһына, мотоцикл, велосипед, сәғәт, транзисторҙарҙы һүтеп, яңынан йыйыу бер ни тормай сос малайға. Ауылдаштары ҡыйраған әйберҙәрен үҙҙәре эшкиндерә алмаһа, Байрамдан йүнәттерә.
1979 йылда Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, Сибай һөнәрселек училище-һына иретеп йәбештереүсегә уҡырға инә. Ҡаҙағстанда әрме хеҙмәтен үтеп, Ҡырҙас бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай һәм 1981 йылдан һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, ҡайҙа ғына эшләмәһен даны, исеме алда йөрөй. Байрам Сәрүәр улын эшһөйәрлеге, яуаплы булыуы, оҫталығы өсөн хөрмәт итәләр. Ҡыҙыу осорҙа баҫыу өҫтөндә техника ҡыйраһа, уны йәһәт кенә сафҡа индереүҙе хужалыҡ етәкселәре тап уға йөкмәтә. Хатта тирә-яҡ райондарҙан да уның алтын ҡулдары файҙаһын күрәләр: трактор, арба, тырма, бесән сапҡыс, башҡа техниканы ремонтлатырға киләләр. Ауылдаштары ла Байрам тип күҙ төбәп тора, мунсаға мейес кәрәкме, башҡа йомошмо, бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Әйткәндәй, мейестәрҙе тимерҙән генә эшләмәй, кирбестән дә бына тигән итеп һала.
Ауыл ерендә техникаһыҙ булмай, Байрам ағай мини-трактор, уға арбаны үҙе ҡороп алған. Ағас эшенә лә оҫта булыуын хужаның йортона ҡарап белеп була. Урамды биҙәп, әллә ҡайҙан ҡояштай балҡып ултырған өйҙөң ҡото бар. Ҡапҡа-баҡсаларын да семәрләп үҙе яһаған. Йорт эсендәге йыһаз — компьютер өҫтәле, телевизор тумбаһы уның ижад емеше. Яңы йыл алдынан ауылда боҙ ҡаласағы төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Ул боҙҙан яһаған әкиәт геройҙары күпме балаларҙы ҡыуандыра, байрам кәйефен бүләк итә?!
Фәниә иһә бәләкәйҙән ҡайғы-хәсрәтте күп күргән, уға яҙмыш бер-бер артлы һынауҙар ҡуйған. Ата-әсәһе бик иртә вафат булғас, беренсе класта уҡыған ҡыҙҙы өләсәһе үҙ тәрбиәһенә ала. Опека хеҙмәткәрҙәре ҡабат-ҡабат килһә лә, Фәниәне баҙға йәшереп, бирмәй алып ҡала. «Сит-яттар ҡулына үҙ балаҡайымды ебәрмәйем, яңғыҙ бөртөгөмдө бар хәлемсә ҡарармын, һеҙ үҙегеҙ Фәниәгә иптәш алып килеп бирегеҙ», — ти Мәрхәбә инәй. Яҡын кешеһе ҡаҡмай-һуҡмай иркәләп үҫтерә, бергәләп донъяһын да, малын да көтәләр. «Уҡып сыҡ, врач булып мине дауаларһың», — тип, ҡыҙҙы 10-сы кластан һуң Сибай медицина училищеһына уҡырға ебәрә. Оло йәштәге өләсәһе ныҡ ауырып киткәс, Фәниә уҡыуын ташлап ҡайтырға мәжбүр була. Бер-бер хәл була ҡалһа, ейәнсәре бөтөнләй яңғыҙы ҡалырына хафаланған өләсәһе уны тиҙерәк башлы-күҙле итеүҙе хәстәрләй башлай. Әмәлгә ҡалғандай, Байрамдың яңы ғына әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан сағы була. Оло кеше егеттең яҡшы ғаиләнән, аҡыллы, оҫта ҡуллы булыуын күҙ уңында тотоп, бына тигән ир буласаҡ тип, йәштәрҙе таныштыра һәм тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, әйттереп тә ҡуя.
«Кейәүгә сыҡҡанһың икән, нисек булһа ла йәшәйһең. Донъяны ҡоротма, малды туҙҙырма», — ти өләсәһе. Әсәһен дә, атаһын да алмаштырған өләсәһенең вафатын кисереү бик ауыр була. Ҡәҙерле кешеһенең һүҙҙәрен аманат итеп Фәниә апай баш-көллө ғаилә тормошона сума. Аш-һыуға ла, ҡул эшенә лә өйрәнеп үҫкәс, үҙаллы һин дә мин йәшәп китәләр. Йәш ғаиләнең бәхетен тулыландырып, улдары Вадим донъяға килә. Тик алда ниндәй һынауҙар көткәнен белмәйҙәр шул. Бер-бер артлы тыуған Дим менән Фаилға церебраль фалиж диагнозы ҡуйылыуы йәш ата-әсәне башта албырғатһа ла, сирле балаларҙы бағыу өсөн үҙҙәрендә ихтыяр, көс табалар. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, мең мәшәҡәтле көндәр, ғәзиздәрен уйлап һыҙланыуҙар үткәргәндәрҙер — быларҙы Лоҡмановтар үҙҙәре генә белә. Тик бер ҡасан да яҙмыштарына зарланмайҙар, шундай тәҡдир яҙғандыр тип бер-береһенә терәк-таяныс булалар.
— Икебеҙ бергә булғанға, һынманыҡ. Бала көткәндә педагог, психолог, логопед, табип та булаһың. Ураған һайын фельдшер саҡырып булмай, үҙебеҙгә укол һалырға ла, башҡаһына ла өйрәнергә тура килде, — ти Фәниә Әкрәм ҡыҙы.
Улдары үҫә төшкәс, ҙур ғаилә хаҡындағы күңел төпкөлөндәге хыялын тормош иптәшенә еткерә. Уныһы ни, ҡаршы төшмәй. Балалар йортонан һигеҙ айлыҡ игеҙәк ҡыҙҙарҙы алалар. «Береһен генә алығыҙ, бәләкәйҙәр бит, ҡыйын булыр», — тиеүҙәренә Байрам ағайҙың: «Икеһен дә алабыҙ, игеҙәктәрҙе айырмайбыҙ», — тигән һүҙе етә.
Бер йәштәре лә тулмаған сабыйҙарға күңел йылыһын биреп, наҙ һәм хәстәргә сорнап үҫтерә Лоҡмановтар. Ҡыҙҙар тырышып уҡый, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәптән һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алалар. Бөгөн Лена менән Ангелина Өфөлә, театрҙа эшләйҙәр, уларҙы телевидениела, төрлө мәҙәни сараларҙа күрергә мөмкин. Ата-әсәһен, ағайҙарын һағынып йыш ҡайталар, ярҙамлашалар.
Изге күңелле, мәрхәмәтле Лоҡмановтар игеҙәк ҡыҙҙарҙы бер аҙ эшкиндергәс, тағы бер бала алырға ҡарар итә. Тик Хоҙай бала йәнле ата-әсәгә үҙ әмерен еткерә. Был юлы ла улар ағай менән һеңлене айырмай, ике йәшлек Фәрхәт менән һигеҙ айлыҡ Заринаны алып ҡайта. Балаларға йәшәү, уҡыу, һәләттәрен үҫтереү, спортҡа йәлеп итеү буйынса шарттар булдырыуҙан тыш, улар ата-әсә һөйөүен тойоп үҫһен өсөн тырышалар. Байрам Сәрүәр улы менән Фәниә Әкрәм ҡыҙы балаларын яҡшы тәрбиәләгән, улар бер туғандай татыуҙар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Фәрхәттең самбо, армрестлинг менән ныҡлап шөғөлләнеүе, район ярыштарында беренсе, икенсе урындар яулауы, яҡшы өлгәшеүе егеттең киләсәгенә этәргес була — ата-әсәһе уға кадет мәктәбенә барырға тәҡдим итә. Фәрхәт был ниәтте күтәреп ала, оҙаҡ уйламай Мәләүезгә барып, документ тапшырып ҡайталар. Яңы уҡыу йылын кадет мәктәбендә башлаған улдарын 1 сентябрь менән ҡотларға барған Фәниә апай менән Байрам ағай оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле Фәрхәтте формала күргәс, ғорурланыуҙарының сиге булмай. Шул саҡ ниңә Заринаны ла бында уҡытмаҫҡа тигән уйға киләләр. Мәктәп етәкселеге ҡуш ҡуллап ризалашҡас, бер нисә көндән ҡыҙҙары ла унынсы класҡа яңы мәктәпкә бара. Әле улар тырышып уҡый, ата-әсәһе ял һайын тигәндәй күстәнәстәрен тейәп барып тора, яңыраҡ присяга ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашҡандар.
Балалар, донъя мәшәҡәт-хәстәрҙәре араһында әүҙем ғаилә ауыл тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә. Фәниә Әкрәм ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылдың инвалидтар йәмғиәтен етәкләй. Эше район, республи-канан маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ҡул эштәренә маһир, баҡса үҫтереүгә оҫта ҡатындың бер генә буш минуты бул-маһа ла, биш ваҡыт намаҙын да ҡалдырмай.
Лоҡмановтар ғаилә менән республиканың матур урындары буйлап сәйәхәт итергә ярата. Быйыл Күгәрсен районының Уҡлы ҡая, Аҡташ тигән матур урындарын күреп ҡайтҡандар. Быға тиклем Абҙан, Ғәҙелша шарлауығы, Ғимранташ, Инйәр йылғаһы, Талҡаҫ күлендә ял иткәндәр. Абҙаҡта зоопаркта, үҙебеҙҙең динопаркта булғандар. Хыялдары — Ирәмәл тауына менеү.
Бар яҡтан үрнәк ғаиләнең бәхет сере — берҙәмлектә, татыулыҡта. Үҙҙәре лә шулай ти:
— Беҙ нимә эшләһәк тә, гел кәңәшләшәбеҙ, уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Балаларыбыҙҙың һәр башланғысты хуплап, күтәреп тороуы ла ҡыуаныс. Уларҙы бәләкәйҙән ололарҙы ололарға, кеселәрҙе кесе итергә, һәр кемгә һаулыҡ һорашырға, ярҙамсыл булырға өйрәттек, — тиҙәр Лоҡмановтар. — Шөкөр, йөҙөбөҙҙө ҡыҙартмайҙар, әҙәплеләр, итәғәтлеләр. Көнөнә әллә нисә шылтыратып, хәл белешеүҙәре, беҙҙе хәстәрләүҙәре ни тора!
Быйыл матур ғаилә өсөн иҫтәлекле ваҡиға булған. Байрам Сәрүәр улы «Атай ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән. Республиканың юғары наградаһына лайыҡ булыуҙа Фәниә Әкрәм ҡыҙының да өлөшө ҙур. Икәүләп ғаилә йөгөн бергә тартмаһалар, атай-әсәй бурыстарын тиң үтәмәһәләр, береһе күңел төшөргәндә, икенсеһе дәртләндереп көс бирмәһә, шундай ҙур исем алмаҫтар ине. Әлбиттә, иң ҙур бүләк — ул йөрәк йылыһын биреп үҫтергән балаларының «атай», «әсәй» тип өҙөлөп тороуы, ейәндәренең «өләсәй», «олатай» тип ҡәҙерләүҙәре. Киләсәктә лә яҡындарының һөйөүен, хөрмәтен тойоп, бәхетле йәшәргә яҙһын!