Төрлөһөнән
10 Декабря 2021, 05:55

Мөғжизәле боҙ ҡаласығын кемдәр эшләй?

Район үҙәгенең яңы йыл майҙансығында ла эш гөрләй. Йәшел ҡупшы шыршыҡай үҙ урынын алған, әле тирә-яғын биҙәү, боҙҙан һындар ҡуйыу башланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөғжизәле боҙ ҡаласығын кемдәр эшләй?Мөғжизәле боҙ ҡаласығын кемдәр эшләй?
Мөғжизәле боҙ ҡаласығын кемдәр эшләй?

Декабрь етеү менән һәр ерҙә яңы йыл кәйефе һиҙелә башлай, урамда төрлө төҫтәге гирляндалар емелдәй, магазиндарҙа яңы йыл сувенирҙары, уйынсыҡтар күҙ яуын ала, шыршылар һатыуға сығарыла.
Район үҙәгенең яңы йыл майҙансығында ла эш гөрләй. Йәшел ҡупшы шыршыҡай үҙ урынын алған, әле тирә-яғын биҙәү, боҙҙан һындар ҡуйыу башланған. Был яуаплы миссияны йыл да Фәрит Шәрәфетдиновтың бригадаһына ышанып тапшыралар. Ул үҙенең ярҙамсылары Ғәфүр Йомағужин, Нил Әбүзәров, Айбулат Ноғоманов менән район халҡына байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн тырыша. Шыршы янында тиҙҙән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һындары урын аласаҡ, майҙансыҡҡа килеүселәрҙе боҙ ҡапҡалар, арка, киләһе йылдың хужаһы — Юлбарыҫ ҡаршылаясаҡ. Лабиринттар, һырғалаҡтар эшләнәсәк. Боҙҙан сәхнә булыр тип күҙаллана. Бала-саға ла оҙайлы ҡышҡы каникулдарын ошонда үткәрә, шуға хәүефһеҙлек талаптары иң алға ҡуйыла.
— Боҙ менән эшләү йылы көндә уңайлымы, әллә һыуыҡтамы? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Көн йылыраҡ саҡта боҙҙо юныу, шымартыу еңелерәк, ә бына һындарҙы урынлаштырыу өсөн һыуыҡ кәрәк, — ти 17-се йыл яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү менән шөғөлләнгән Фәрит Нәдир улы.
Мәшәҡәтле, оҫталыҡ талап иткән эштә был ир-егеттәр байтаҡ тәжрибә туплаған. Асҡарҙан тыш, уларҙы Магнитогорск ҡалаһы майҙансыҡтарын биҙәү өсөн саҡыралар. Район ауылдарына ла эшләргә өл-гөрәләр. Мәҫәлән, былтыр Ишҡолда эшләгән боҙ ҡаласығы район буйынса конкурста беренсе урын алған.
Ҡулдарында бензобысҡы уйнап торған ағайҙар ҙур боҙ киҫәген киҫеп, шымартҡанына күҙ эйәрмәй.
— Боҙ һындарын эшләгәндә һеҙҙең өсөн иң ауыры нимә?
— Иң ҡыйыны йыл хужаһы менән Ҡарһылыуҙы юныу. Ҡарһылыу матур, нәзәкәтле килеп сыҡһын өсөн байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә. Әле бына юлбарыҫ һынын эшләй башланыҡ, нисек килеп сығыр, — ти оҫталар.
Яңы йыл майҙансығы тиҙҙән төрлө төҫтәге сағыу уттары менән балҡып, үҙ янына өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла саҡырып торор. Эргәлә генә каток та эшләйәсәк. Беҙгә көн буйы һыуыҡта ошо матурлыҡты тыуҙырыу өсөн тырышҡан кешеләрҙең хеҙ-мәтенә рәхмәтле булып, боҙмай-тәләфләмәй генә күңелле ял итергә ҡала.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас