Төрлөһөнән
10 Декабря 2021, 06:25

Республикала йәкшәмбелә 26 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Башҡортостанда ял көндәрендә төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Башҡортостанда ял көндәрендә төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Шәмбе, 11 декабрҙә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан төндә талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә -9,-14°, урыны менән -15,-20°С, көндөҙ -7,-12°С.  

Йәкшәмбе, 12 декабрҙә, яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -15,-20°С, урыны менән -21-26°С. Көндөҙ иһә -9,-14°С һалҡын була.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-10/y-ksh-mbe-respublikala-26-gradus-a-tiklem-yuyta-2613897

Автор:
Читайте нас