Төрлөһөнән
10 Декабря 2021, 10:05

Ялға лайыҡлы әсә

Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллин Әсәләр көнө айҡанлы инстаграмда үткәргән «Ялға лайыҡлы әсә» тип аталған конкурста ҡатнашҡан Айғырбатҡан ауылынан Илнара Сафиуллина «Яҡты-Күл» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ялға лайыҡлы әсәЯлға лайыҡлы әсә
Ялға лайыҡлы әсә

Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллин Әсәләр көнө айҡанлы инстаграмда үткәргән «Ялға лайыҡлы әсә» тип аталған конкурста ҡатнашҡан Айғырбатҡан ауылынан Илнара Сафиуллина «Яҡты-Күл» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде.

Бәләкәй сағында әсәйһеҙ ҡалған эшҡыуар һәм блогер байрам хөрмәтенә республиканан ике әсәйҙе шифаханала ял иттерергә уйлай һәм бүләк иң лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарға ғәҙел эләкһен өсөн үҙенең блогында конкурс ойоштора. Шарты — сториста ни өсөн тап ошо әсә бүләккә лайыҡ икәнлегенә ышандырырлыҡ биография-публикация яҙырға һәм уны хештег менән нығытырға кәрәк була. Эшҡыуар бер ҡасан да шифаханала ял итмәгән әсәләрҙе ебәрергә теләүен, айырыуса күп балалы, йә иһә балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе, опекун булған йәки инвалид бала ҡараусы заттарға иғтибар бирәсәген белдерә. «Ялға лайыҡлы әсә» конкурсында 81 кеше стористарҙа яҙмыш китабын аса. Изге ниәтле башланғысты башҡа эшҡыуарҙар ҙа күтәреп алып, йәнә бер әсәне бүләкләр өсөн аҡса йыя. Һөҙөмтәлә тупланған саралар тағы ла биш юлламаға етә. Шулай итеп, Әсәләр көнөндә тура эфирҙа биш бәхетле әсә юллама ота, ә конкурсты ойоштороусы тәүшартҡа тоғро ҡалып, күңелен тетрәткән ике тарих буйынса еңеүселәрҙе билдәләй. Шуларҙың береһе Илнара Һибәт ҡыҙы булып сыға.
— Конкурста нигеҙҙә оло йәштәге инәйҙәргә бәхет йылмайҙы. «Әсәйем ялға лайыҡ» тип уларға был бүләкте балалары отторҙо. Аяныслы яҙмышлы, михнәт-ыҙалар күргән балалары хаҡына бөгөлөп төшмәгән әсәйҙәр өсөн ихлас шатландым. Ошондай мәрхәмәтлек акциялары йышыраҡ булһын, һәр әсә ялға лайыҡ, тип уйлайым, — ти Илнара Сафиуллина.
Кеше киләсәген үҙенсә күҙаллаһа ла, күрәсәген алдан белмәй. Йәш башына ауыр тормош һынауҙары төшөр тигән уй Илнараға ла инеп сыҡмағандыр. Атауҙы ҡыҙы Сибай сәнғәт колледжының театр бүлегендә уҡый, һуңғы курста кейәүгә сыға. Йәштәр район үҙәгендә төпләнә, дипломлы белгес декретҡа тиклем район мәҙәниәт йортонда ярты йыл эшләргә өлгөрә. Ҡыҙҙары Айзилә ваҡытынан иртә донъяға ауаз һала. Ҡыҙыҡай ныҡ илаҡ була. Тынысһыҙланыуында урындағы табиптар етди сәбәп күрмәй. Үҫешендә артҡа ҡалыуын ете айлыҡ булып тыуыуына нигеҙләйҙәр. Күп тапҡыр тикшеренеүҙәр үткәндән һуң, Өфө табиптары туғыҙ айлыҡ Айзиләгә балалар церебраль фалижы тигән диагноз ҡуялар.
Йәш ғаилә һынау алдында баҙап төшмәй. Яңы егермегә аяҡ баҫып, тормоштары башланып ҡына торғанда баланың инвалид булып тыуыуы уларҙың яҡты хыялдарын селпәрәмә килтермәй. Ҡулға-ҡул тағы ла нығыраҡ тотоноп, ата-әсәләре фатихаһында һәм ярҙамында, маңлайға яҙған яҙмыш юлынан бергә атлайҙар. Дауаханалар, реабилитация үҙәктәре... Тибет медицина үҙәгенә түләүле курстарға энә ҡаҙатыу, массаждарға йөрөтөү һөҙөмтәһен бирә — ҡыҙыҡайҙың теле асыла. «Дауалауҙы тыуғас та башламай ҡәҙерле ваҡытты юғалтыуыбыҙ үкенесле, Айзиләнең сәләмәтлегендәге проблемаларын иртәрәк асыҡлаһаҡ, бәлки, бөгөн, ҡыҙыбыҙ йүгереп тә йөрөгән булыр ине», — тип әсенә әсә.
Бала батшаны еңгән, ти халыҡ. Үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән ата-әсә өсөн бөтә тормош шул кескәй йән эйәһе тирәһендә әйләнә. Йоҡо нимә икәнен белмәгән тынысһыҙ сабый ҡулдан төш-мәй. Дуҫ-иштәре парлашып туйҙарға, ҡунаҡтарға йөрөшкәндә йәш ата-әсә башкөллө балаға бәйләнә. Йәшлек дәрте уларҙы ла күңел асырға ымһындырып талпындырмай ҡалмағандыр. Әммә бала алдында яуаплылыҡ тойғоһо, бер-береһенә ҡарата ихтирам ир менән ҡатын араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуыуҙан аралай. Ғаилә йөгөн тартыуҙан баш тартып, һау-сәләмәт сабыйҙарын әсә ҡулына ташлап сығып киткән атайҙар йыш осраған заманда Илнара тормош иптәшенең сабыр, яуаплы ир, балалар өсөн өҙөлөп торған атай булыуына рәхмәтле. «Әгәр Тимур менән икебеҙ бер һүҙҙән булмаһаҡ, беҙҙең ғаилә карабы күптән ярға терәлер ине. Иптәшемдән уңдым. Ул насар булһа, бүтән бала табырға йөрьәт итә алмаҫ инем», — ти ҡатын.
Айзиләгә биш йәш тулғас, ғаилә икенсе бала тураһында уйлай. Сәләмәт сабый тыуһын тигән изге теләктә Сафиуллиндар был осорға үтә яуаплы ҡарай. Илнара иҫәпкә Магнитогорск ҡалаһына барып тора, табиптарҙың бөтә күрһәт-мәләрен үтәй, уларҙың ҡушыуы буйынса ике тапҡыр перинаталь үҙәктә ятып сыға, көнө еткәс, баһадир ул таба. Теремек булып үҫеп килгән Ирханда өс айлыҡ сағында яман шеш асыҡлана. Тағы ла дауаханалар юлы, операция, реабилитация, даими тикшерелеүҙәр. Ике балала ике төрлө ауыр диагноз. Бер кемгә лә үпкәләмәй, был һынауҙы ла лайыҡлы күтәрә улар. Ваҡытында операцияға өлгөрөү арҡаһында малай иҫән ҡала, алда оҙайлы дауалау курстары көтә. Иң ҡурҡынысы артта, улдары һауыҡһын өсөн бөтәһен дә эшләй ата-әсә.
Ошо мәлдә Илнара өсөнсөгә бәпәй көтөүен аңлай. «Өҫтөбөҙгә ишелгән тауҙай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, торлаҡ майҙаныбыҙ бәләкәй тип тормай, баланы табырға ҡарар иттем. Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡан икән, был сабый ниндәй генә булып тыумаһын, уны ла яратырбыҙ, сирле булһа, аяҡҡа баҫтырырбыҙ, тип уйланыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, тәҡдиребеҙ шулдыр тип, сәләмәт бала табырыма ышанысым ҡалмаған ине», — ти әсә. Ғаиләлә ишәйеү көтөлгәс, торлаҡ мәсьәләһе лә ҡалҡа. Икеһе ике баланы күтәреп дауахана юлына саң ҡундырмаған Илнара һәм Тимур Сафиуллиндар бер ыңғай төҙөлөштө йәһәтләй. «Әсәлек капиталы»ның тинен дә сарыф итмәй өйгә һалалар. Үҙҙәренең йүнселлеге, өмәләрҙә ихлас ярҙамлашҡан туғандарының көсө менән Айғырбатҡанда ике ҡатлы ҙур йорт күтәреп, Ясминалары дүрт айын тултырғанда яңы нигеҙ туйлайҙар. Әйткәндәй, ата-әсәһен һөйөндөрөп, бәләкәстәре үҫкәнендә бер ниндәй борсоу һалмай.
Бөгөн ул ваҡыттарҙы тетрәнеп иҫкә ала Илнара, бөтәһен дә бер юлы күтәрергә ҡайҙан көс тапҡанбыҙ икән, тип аптырай. Үҙҙәренең тырышлығы менән Ирхандың сирен тулыһынса еңеп сыҡҡандар. Әле малай гимназияның мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә уҡыусы булырға әҙерләнә. Уға етәге 5 йәшлек Ясмина «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөй. Тиктормаҫ, әүҙем бәләкәстәр төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Апай булғас, Айзилә лә үҙ аллыраҡ булырға өйрәнгән. Ул коляскаһында өй эсендә иркен хәрәкәт итә, өлкәндәрсә төплө фекер йөрөтөп, хәбәрҙәрен ҡойоп һөйләп ултыра. Өйҙә уҡыуы еңел бирелмәһә лә, белем алыуҙа тиҫтерҙәренән ҡалышмай, тырышып 5-се класс программаһын үҙләштерә. «Айзилә ныҡ һиҙгер күңелле, аҡыллы бала. Дүрт стенаға бикләнеп гел өйҙә ултырмаһын тип уны хәлебеҙсә балалар баҡсаһына йөрөтөргә тырыштыҡ, беренсе-икенсе класты мәктәптә тиңдәштәре менән бергә уҡыттыҡ. Шул мәлдәрҙән хәтерендә матур иҫтәлектәр һаҡлай. Әммә ҡалын кейемдәргә кейендереүе, күтәреп йөрөтөүе йылдан-йыл ауырлаша. Шуға күрә ҡыҙым менән һыуыҡ миҙгелдәрҙе өйҙә үткәрәбеҙ, көндәр йылыныуын зарығып көтөп алабыҙ. Күберәк саф һауала йөрөргә, йылға-күл буйҙарында булырға яратабыҙ. Айзиләгә һыу процедуралары ыңғай йоғонто яһай, тәне йомшара, рәхәтләнеп һыу инә», — тип дауам итә Илнара.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең 12 йәшендә күп матур ер-һыуҙар күргән Айзилә. Сәйәхәттәргә йөрөргә ярата. Атаһы ҡыҙын иңенә йөкмәп Ғәҙелша шарлауығының түбәһенә алып менгән, быйыл йәй Ағиҙел буйлап йөҙгәндәр. Тыуған Башҡортостандың гүзәл урындарында булыуҙан тыш, ата-әсәһе менән Сочиға барып диңгеҙ күреү, самолетта осоу тураһындағы хыялын да тормошҡа ашырған. Социаль мессенджерҙа бер турагентлыҡ үткәргән «Кемгә тур бүләк итер инегеҙ?» тигән отош-уйында Илнараның бер туған һеңлеһе Линара кескәй Айзиләнең хыялы тураһында һөйләй. Баланың үҙенсәлекле булыуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар әсәһенә лә юллама бүләк итәләр. Ҡайһы бер урындарҙа ҡыҙыҡайҙы коляскаһы менән күтәреп индерергә, мендерергә тура киләсәген уйлап, үҙ иҫәптәренә атайҙарына ла юллама алып, алыҫ сәфәрҙә өсәүләп йөрөп ҡайталар.
2020 йылда Айзиләгә республика кимәлендә уҙғарылған «Принцессалар балы»нда ҡатнашыу бәхете эләккән. Ата-әсәһе уға балитәкле ҡупшы күлдәк, туфли һатып алған. Ҡыҙыҡай ғына түгел, оҙатып барған әсәһе лә иҫ киткес тәьҫораттар һаҡлай был мөғжизәле байрам тураһында.
Ике йыл элек ҡыҙҙы Силәбегә операцияға алып барғандар. Туланан килгән хирургтар Ульзибат ысулы буйынса эшләгән операциянан һуң Айзиләнең ҡул-аяҡтарында бермә-бер көсөргәнеш кәмегән. Ҡапылғара килеп сыҡҡас, социаль селтәр аша халыҡтан ярҙам һорап, бер аҙ аҡса йыйырға тура килгән. Шул мәрхәмәтле кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт уҡый Сафиуллиндар. Был операцияны дүрт тапҡыр эшләтергә була тип ҡыҙҙарының таяҡҡа таянып булһа ла атлап китеренә өмөттәрен өҙмәй улар. «Балаларының ғәриплегенән ғәрләнгән ата-әсәләрҙе енем һөймәй. Үҙ балаңды үҙең ҡурсаламаһаң, үҙең дауалауға алып йөрөтмәһәң, ул кемдән яҡлау табырға тейеш, кем балаһы кемгә хәжәт? Мин балам өсөн утҡа-һыуға инергә әҙермен. Үҙем барҙа уны кәмһетеүҙәргә юл ҡуймаясыҡмын. Яман күҙҙәргә, әсе телдәргә яуабым бер — беҙ күргәнде һеҙгә кисерергә яҙмаһын», — ти әсә.
Ғаилә башлығы Тимур Сәлмән улы — янғын һүндереү часы хеҙмәткәре. Уның график буйынса сменалап эшләүе ғаилә өсөн отошло. Сөнки үҙенсәлекле балаға бәйле әсә барыһына ла бер үҙе өлгөрә алмаҫ ине. Иптәше өйҙә саҡта: «Бар, әхирәттәрең менән күрешеп, концерттарға йөрөп кил», — тип ял биреүе үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы, ихтирамлы булыуына дәлил. Ҡатынының юллама отоуына ла ире ихлас һөйөнгән. «Һин был ялға ысын мәғәнәһендә лайыҡһың, балалар өсөн борсолмай рәхәтләнеп ял ит, сәләмәтлегеңде нығыт», — тип, изге теләктә илтеп ҡуйған. Беренсе тапҡыр оҙаҡҡа — ете көнгә өйҙән айырылып сығып китә алыуына Илнара Һибәт ҡыҙы һаман ышанып бөтә алмай.
Әртис булырға яҙмағанына үкенмәй Илнара. Инвалид бала менән тормошо бөтөнләй икенсе үҙәндән аҡһа ла, бәлки, өйҙән эшләргә мөмкин булыр тигән ниәттә эштәр башҡарыусы һөнәре буйынса ситтән тороп юғары белем алған. Тик ошоға тиклем ике дипломының да мәнфәғәтен күрергә тура килмәгән әле. Әсә булыуы, тормошо балалар тауышына сорналыуы менән үҙен бәхетле тоя. Буш ултырырға яратмай теремек ҡатын. Ире менән икәүләп ҙур йорттарын тулыһынса йүнәтеп, төҙөкләндереп бөтөп киләләр. Өйҙөң үҙенсәлекле дизайны Илнараның зауыҡ емеше. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәй, ҡәйнәһе Тәнзилә Әмир ҡыҙынан өйрәнеп, яҙ һайын петуниялар үҫтереп, сәскә үҫентеләре һатырға ла өлгөрә. Телгә маһир, һөйкөмлө хужабикә үҙен блогер булараҡ та һынай. Парикмахерға уҡып өй өҫтөндә эш асырға хыяллана. Был маҡсаттарына һәм әлегә сер итеп тотҡан эстән генә хыял иткәндәренә лә мотлаҡ өлгәшер әле. Тәрән аҡылы, фәлсәфәүи ҡарашы менән күптәребеҙҙән өҫтөн, көслө ихтыярлы әсәгә ни бары 32 йәш кенә. Иң мөһиме ғаиләһе, балалары имен-һау булһын!

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас