Төрлөһөнән
13 Декабря 2021, 05:16

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ»

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән мәҡәл тап беҙҙең Үрге Әбдрәш ауылында йәшәүсе Вәғиз ағай Сабитовҡа тура килә.

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ»«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ»
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ»

Әбдрәш мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Вәғиз ағай ауылдың күпселек малайҙары кеүек, Магнитогорск ҡалаһында иретеп йәбеште-реүсе һөнәренә уҡый. Мастерҙары уға ҙур өмөттәр бағлаһа ла, йәш егетте ауыл мөхите үҙенә тарта. Заводта оҙаҡ та эшләмәй, «Урал» совхозының Әбдрәш бүлексәһенә эшкә ҡайта. Шул арала ил алдындағы изге бурысын үтәү ваҡыты етә. Ике йыл әрме хеҙмәтен Венгрияла үтәй, механик-водитель танытмаһын ала. Өлгөлө хеҙмәте өсөн часть командованиеһының рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Хеҙмәтен тултырып тыуған яҡҡа ҡайтыу менән артабан белем алырға ынтыла, буш ваҡыты китапханала үтә. Тырышлығы бушҡа китмәй, Вәғиз ағай Башҡорт дәүләт университетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Дуҫтары Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәмил Ҡолдәүләттәр менән бергә ижад итәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлайҙар, фекер алышалар.
Күңелендә булған моң даръяһы тап ошо студент саҡта урғылып сыға ла инде. Вәғиз Урал улының Рәмил Ҡолдәүләт һүҙҙәренә ижад иткән «Ҡыҙыл балан», «Ҡайт, һөйөклөм» йырҙарын йәштәр яратып ҡабул итә. Икенсе курсты тамамлағас, Вәғиз Сабитов ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Белорет районы Бирҙеғол мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Ғүмерлек йәре булыр Фәүзиә апайҙы ошо ауылда осрата ла инде.
Ғаилә шатлығын арттырып, ике улдары донъяға килә. Бер аҙҙан йәш ғаилә Вәғиз ағайҙың тыуған ауылына ҡайтып төпләнеп, Үрге Әбдрәш мәктәбенә эшкә урынлашалар. Йыр-моңға, ижадҡа ғашиҡ йәштәрҙе уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа йылы ҡабул итә. Гитара, гармун, мандолинала, синтезаторҙа оҫта уйнаған, әҙәбиәт серҙәрен уҡыусыларға ябай итеп аңлатҡан уҡытыусыны барыһы ла хөрмәт итә. Вәғиз Урал улы гитарасылар түңәрәген ойоштора, ул алып барған ғәрәп яҙмаһын өйрәнеү түңәрәгенә лә уҡыусылар ҡыҙыҡһынып йөрөй, шиғыр, мәҡәлә яҙырға теләүселәр ҙә күбәйә. Ошо йылдарҙа бер-бер артлы «Йәншишмә» гәзите ойошторған конкурстарҙа уның уҡыусылары призлы урындар яулай.
Вәғиз Урал улы менән Фәүзиә Баязит ҡыҙының йыр-моңға, әҙәбиәткә булған һөйөүе уларҙың балаларына ла күскән. Өлкән улдары Ринат Сибай институтының филология факультетын, икенсе улдары Фәиз Өфө сәнғәт академияһының тынлы инструменттар факультетын, ҡыҙҙары Нурзиә Ҡазан консерваторияһының вокал бүлеген тамамлаған.
Күптән түгел Вәғиз Урал улы ҡатнашҡан Сибайҙа уҙған Юлай Моратов исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсының гала-концертын ҡарарға тура килде. Иҫ киткес йылы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ беҙ Сибайҙан. Бынан ике йыл элек үткән ошо конкурста ул II урын алған булһа, әлегеһендә беренселекте яуланы. Күренекле музыка әһелдәре Айрат Ғайсин, Юлай Үҙәнбаев, Илшат Яхин, Рәмил Туйсин, шулай уҡ Ильяс Сафиндың баһалама ағзалары булыуы ла был конкурстың бәҫен арттырҙы. Ойоштороусылар — Юлай Моратовтың балалары, Сибай филармонияһы, сәнғәт колледжы ҙур тырышлыҡ һалған. Гала-концертта яңғыраған йырҙар аша һәүәҫкәр композитор Юлай ағай менән осрашҡандай булдыҡ. Ә инде Вәғиз ағайҙың Рәйес Түләк һүҙҙәренә ижад ителгән «Миләш» йырын ишеткәс, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратов башланғысы һүнмәгән, дауам ителә бит, тип ҡыуандым.
Бөгөн иһә Вәғиз ағай үҙе ижад иткән йырҙарын нотаға һалыу өҫтөндә эшләй.
Уңған хужа булараҡ та билдәле ул. Баҡсаһында төрлө емеш ағастары үҫә, йәшелсәләре мул уңыш менән һөйөндөрә. Яҙ етһә, бал ҡорттарын тәрбиәләү хәстәрлеге өҫтәлә.
Бына шулай көслө рухлы, итәғәтле, йор һүҙле, эшсән, моң даръяһында йөҙөүсе, тырыш кеше ул беҙҙең Вәғиз ағай!

Фәриҙә ӘХМӘТОВА.
Үрге Әбдрәш ауылы.

Автор:
Читайте нас