Башҡортостанда, республика Башлығы указына ярашлы, Башҡорт теле аҙналығы уҙҙы. Уның сиктәрендә Башҡорт теле көнөнә һәм М. Аҡмулланың 190 йыллығына бағышланған төрлө саралар ойошторолдо. Улар “Ете аҙым” тигән берҙәм концепцияға берләштерелде.
Башҡорт теле аҙналығында башҡорт рок-башҡарыусылары ҡатнашлығында кисә, “М. Аҡмулланың яҡты юлы” әҙәби кисәһе, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” форматындағы йәштәр өсөн “Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡортостандың милли инновацион мәктәптәре директорҙары форумы, “Тел ярҙамында...” старт-сессияһы, “Данлы юлдар үткән уҙамандар” “түңәрәк өҫтәл”е, Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телендә “Кубоктар лигаһы” КВН финалы, башҡорт телендә “Әсәм теле – сәсән теле” шиғриәт конкурсы үтте.
Ғафури районында Йәлил Кейекбаев бюсы асылды. Миәкә районында М. Аҡмулла исемендәге премияны тапшырыу сараһы булды. М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған байрам концерты ла матур һәм эстәлекле үтте.
Белем биреү ойошмаларында башҡорт телендә мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы көндәре, М. Аҡмулланың туған һәм сит телдәрҙә шиғырҙарын уҡыу видеомарафоны, ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдарын ҡарау, “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара әҙәби-ижад конкурсы, “Дуҫыңа башҡорт теле тураһында һөйлә” видеороликтар бәйгеһе, “Беҙ бергә” мәктәп онлайн-кисәләре уҙҙы.