+15 °С
Болотло
Быйыл Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулды. Сара шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына бағышланды. Бөйөк мәғрифәтсенең ижадын онотмау, йәмәғәтселек иғтибарын туған телде, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, тарихты һәм фольклорҙы өйрәнеүгә йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылды.
«Аҡмулла диктанты» онлайн форматта үтте. 30 тест һорауына яуап биреү өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелде. Диктант һорауҙары Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижадына, замандаштарына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихына арналғайны. Район үҙәгендәге “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы коллективы тәүгеләрҙән булып "Аҡмулла диктанты"н яҙҙы. Илһөйәр һәм телһөйәр тәрбиәселәргә “Афарин!” тиергә генә ҡала.