Төрлөһөнән
21 Декабря 2021, 10:00

Беҙҙекеләр - "Ладья. Ҡышҡы әкиәт" күргәҙмәһендә

Башҡортостан оҫталары һәм һөнәрселәре “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Республиканың коллектив экспозицияһы ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” халыҡ-ара юбилей күргәҙмәһендә иң сағыу һәм үҙенсәлеклеләренең береһе булды. Халыҡ художество кәсептәре предприятиеларының һәм һөнәрселәрҙең күргәҙмәлә ҡатнашыу мөмкинлеге республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килде.

- Башҡортостан оҫталарының үҙенсәлекле эштәре һәр ваҡыт хендмейд һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Быйыл күргәҙмәлә 20 оҫтаның һәм һөнәрсенең изделиелары тәҡдим ителә, уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендәге сараға сыҡты. Ойоштороу сығымдары милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә компенсацияланды, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Делегация составына “Урал тау-геология агентлығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Девятов һәм Ко” художество оҫтаханаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Салауат” ательеһы, Ирина Бойкова, Любовь Алексеева, Дмитрий Семенцов, Арыҫлан Бикбаев, Илгиз Вәлиев, Алһыу Әбсәләмова, Елизавета Тихонова, Зөлфиә Краснова, Марианна Татаринова, Анна Яхина, Владимир Мясников, Олеся Ғәзизова, Алексей Филиппов, Элеонора Саунина, Светлана Куликова, Марат Сәлихов һәм Гөлнара Нафиҡова ингән.

Автор:
Читайте нас