Ышанаһығыҙмы-юҡмы, элек паспортымдың ҡайҙа ятҡанлығын да иҫләмәй торғайным. Райондан ситкә сығырға кәрәк булһа, йә башҡа берәй белешмә юлларға тура килһә генә документтар араһынан эҙләп табып ала инем шәхесте раҫлаусы документымды. Килде бит замана, хәҙер «коронавирус пандемияһына бәйле юғары әҙерлек режимы индерелеүе сәбәпле» ҡайҙа барһаң да паспорт алып йөрөү мотлаҡ, имеш.
«QR-код күрһәткәндә паспорт талап ителәме?» — тип, әлеге лә баяғы гуглға мөрәжәғәт иттем. Бына нимә тип яҙа интернет сығанаҡтары.
«Рәсәйлеләр коронавирус сикләүҙәрен урап үтеү өсөн төрлө юлдар таба: дуҫының йәки туғанының вакцинация тураһындағы сертификатын күрһәтеп, кафе йә сауҙа үҙәктәренә инә, — тип яҙа «Московский комсомолец» гәзите. — Кеше сертификатын ҡулланған өсөн нимә янай һуң? Әгәр уны былай ғына алып йөрөһәгеҙ, яуап тоторға тура килмәйәсәк. Ә бына ҡағыҙҙы берәй ергә инер алдынан күрһәтеп, сканер аша үткәрһәгеҙ, административ протокол төҙөүҙәрен көтөгөҙ. Документҡа үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы индергән осраҡта енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған».
«Вакцинация тураһында сертификат — рәсми документ. Төрлө төбәктәрҙә уға ҡарата талаптар ҙа төрлө. Мәҫәлән, Татарстанда дәүләт хеҙмәттәре порталынан алынған QR-кодлы документты ғына һорайҙар. Икенсе төбәктә уға ҡушып, медицина учреждениеһынан бирелгән сертификатты ла күрһәтергә кәрәк. Әгәр учреждениелар ошо талаптарҙы үтәмәһә, йәғни килгән кешенән сертификат талап итмәһә, ойошмаға 300 мең һумғаса штраф һалына», — тиелә тағы бер сығанаҡта.
«Сит кешенең сертификаты менән ҡулланған өсөн яза күләмен суд билдәләй. Тәүге тапҡыр ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 1 мең һумдан 30 мең һумғаса штраф янай. Әммә бында килеп тыуған хәлдең бөтә яғын да күҙ уңында тоторға тейештәр. Мәҫәлән, кеше төнөн, бер кем дә булмағанда магазинға сертификатһыҙ инеп сыҡты икән, ул берәүгә лә хәүеф килтермәне тип иҫәпләнә», — ти юристар.
Һәм бына ошонда иң ҡыҙығы башлана. Сауҙа үҙәгенә килеүсенең сит кешенең сертификаты йә QR-коды менән файҙаланмауын асыҡлау өсөн ингән урында унан паспорт һораясаҡтар. «Ғәҙәттә кеше үҙе менән паспорт алып йөрөмәй. Әммә айырым әҙерлек режимы индерелгән хәлдә, граждандарҙа шәхесте раҫлаусы документ булыуы шарт. Ә бөгөн бөтә төбәктәрҙә лә ковид пандемияһына бәйле юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Тимәк, документты алып йөрөү мотлаҡ», — тип яҙыла рәсми сайттарҙа.
«Кемгәлер индерелгән ҡағиҙәләр оҡшамай икән, уларҙы барыбер үтәргә тура килә. Йәки судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ләкин әлегә бер суд та Федераль закондарҙы йәки төбәк Башлыҡтары ҡарарҙарын инҡар иткәне юҡ әле. Сауҙа үҙәгенә, гипермаркеттарға килеүселәрҙән паспорт талап итергә ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуғы юҡ. Тикшереү хоҡуғына полиция ғына эйә. Шулай ҙа ишек төбөндә тороусы һаҡсылар граждандарҙан шәхесегеҙҙе раҫлағыҙ, тип һорай ала. Артабан улар менән бәхәсләшеү, ниҙер дәлилләргә маташыу — һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай итеп, берәү ҙә артыҡ һүҙ сығарып, ирешеп торғоһо килмәй һәм документын күрһәтеп, эскә инеп китә. Шул рәүешле, өнһөҙ ризалыҡ менән паспорт йөрөтөү ғәҙәти ҡағиҙәгә әйләнә», — ти эксперт Дмитрий Сергеев.
Был осраҡта мөһиме шул: төбәктә вакцинация фактын йәки коронавирус менән сирләүҙе раҫлау тураһындағы ҡарар ғәмәлдә булырға тейеш. Ошондай ҡарар нигеҙендә теләһә ҡайһы ойошма хеҙмәткәре унда килгән кешенән сертификат менән ҡуша паспорт һорай ала.
Әйткәндәй, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа йәмәғәт урындарында QR-код күрһәтеү талап ителгән закон өсөн тауыш бирҙе. Был законды тауыш биреүгә сығарыр алдынан өс депутат, ҡаршылыҡ белдереп, плакаттар ҙа килтергәйне. Тик уларҙы, «ярты миллион һумға яҡын эш хаҡы алаһығыҙ, бында концерт ойоштормағыҙ», — тип тыйҙылар һәм йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа ғәйепләнеләр.
Документ күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға, ашхана-кафеларға, сауҙа нөктәләрендә ингәндә QR-код йәки ковид менән сирләүе тураһында белешмә күрһәтеүҙе нигеҙләй. Бик булмаһа, сәләмәтлек хәле буйынса вакцина һалдырыу тыйылыуы (медотвод) хаҡында ҡағыҙ кәрәк. Был ҡағиҙә 2022 йылдың 1 июненә тиклем эшләйәсәк. Тыйыу дарыуханаларға һәм аҙыҡ-түлек магазиндарына ҡағылмай. 1 февралгә хәтлем QR-код алырға өлгөрмәгән кешеләр ПЦР-тест һөҙөмтәһен күрһәтә ала. Әммә уныһы ла хәҙер ике тәүлек кенә ғәмәлдә бит әле ул. Ике тәүлек һайын ПЦР-тест тапшырам тип дауаханаға барып йөрөүҙе уйлай микән закон сығарыусылар? Барыуын барһаң, унда «ҡыҙыл зона»ға эләгәһең, табиптан йүнәлтмә алыр өсөн һыу буйы сиратты көтөп көн уҙғарыр кәрәк. Түләүле ПЦР-тест тапшырыу ҙа һәр кемдең хәленән килмәй. Хоҙайға тапшырып, үҙеңә һаулыҡ һорауҙан башҡа сара ҡалмай, ахыры.