

Уның тиҫтерҙәре бөгөн — 40 йәшлек уҙамандар, күптән кәләш алып, балалар үҫтерәләр, йорт һалып, төрлө урындарҙа лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр. Ә уның ғүмере Арғун тарлауығы эргәһендә, 20 йәшендә генә өҙөлдө.
Йәшләй генә һәләк булһа ла, үкенесле ғүмер юлы үтмәне ул. Тыуған иле алдындағы изге бурысын үтәп, иптәштәрен дошмандан аралап, батырҙарса һәләк булды Әбйәлил егете.
Ошо көндәрҙә «Боевое братство» ойошмаһының район бүлексәһе ағзалары — Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рузил Низаметдинов, Азамат Шәйәхмәтов, Рәшит Динисламов Рауил ауылында булды. Улар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған райондашыбыҙ Айҙар Мохтаруллин иҫтәлегенә хөрмәт белдереү өсөн килде.
«Хәрби бәрелештәрҙә улдарын юғалтҡан әсәйҙәрҙе «Боевое братство» ойошмаһы исеменән йыл һайын Әсәйҙәр көнө менән ҡотлауҙы йолаға әйләндерҙек. Башта оло ҡайғы кисергән әсәйҙәргә барырға нисектер ҡыйынһына инек, сөнки уларҙың йөрәк яраларын ҡуҙғытырбыҙ тип шикләндек, — тип һөйләй хәрби хәрәкәттәр ветераны Рузил Миңрәсүл улы. — Әммә бала ҡайғыларын сабыр ғына күтәргән ҡатындарҙың беҙҙе үҙ улдарындай көтөп алыуҙарын күреп, шигебеҙ таралды һәм уларҙы хөрмәтләп, сәскә гөлләмәләре, бүләк алып барыуҙы үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙ итеп алдыҡ. Төньяҡ Кавказда беҙҙең райондан 12 егет башын һалһа, берәүһе хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙың әсәләрен байрам менән тәбрикләр өсөн ноябрь аҙағында район буйлап йөрөгәндә һәм Рауил ауылы аша үткәндә гел «Эх, Айҙар ҡустының әсәһе иҫән түгел», — тигән үкенесле уйҙар йөрәкте өйкәй ҙә тора ине. Шуға батыр егетте онотмауыбыҙҙы ошо рәүешле булһа ла белгертеү инде маҡсатыбыҙ». Ветерандар Рауил ауылы зыяратында булып, Айҙар Мохтаруллиндың ҡәберенә венок һалды, уны бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, рухына аят та бағышланы.
Ҡайғы Мохтаруллиндар ишеген 2001 йылдың авгусында шаҡый. «Һеҙҙең улығыҙ, Айҙар Марат улы Мохтаруллин Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды», — тигән «ҡара ҡағыҙ» ата-әсәнең йөрәктәренә уңалмаҫ яра һала.
Айҙар һөйкөмлө, асыҡ күңелле, йомшаҡ холоҡло, баҫалҡы ғына егет була. Башланғыс кластарҙы Рауилдә тамамлағас, Ишҡол урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Малайҙың уҡытыусыһы Фатима Зекрина: «Бөтә егеттәр ҙә Айҙар кеүек тәүфиҡлы, кеселекле булһын ине ул», — ти.
Бәләкәй сағынан сос, шуҡ малай аттарҙы ярата, олатаһына эйәреп бесәнгә йөрөй, мал ҡараша, йорт тирәһендәге эштәрҙе ҙур тырышлыҡ, ихласлыҡ менән башҡара, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.
«Төҫкә лә бик һылыу ине Айҙар, — тип хәтерләй уны тиҫтерҙәре. — Оҙон буйлы, асыҡ, эскерһеҙ ҡарашлы, аҡ йөҙлө, күпереп торған ҡара сәстәрен артҡа тигеҙ итеп тарап йөрөй торғайны. Мәктәпкә гел аҡ күлдәк, ҡара салбарҙа килде, ғөмүмән, тәрбиәле, әҙәпле булды. Яҡшы уҡыны, юғары белем алырға хыялланды».
«Бишле» билдәләренә өлгәшкән егет, аттестат алғас, документтарын Стәрлетамаҡ педагогия университетына тапшыра, тарих факультетын һайлай. Әммә, конкурс ҙур булыуы сәбәпле, үтә алмай һәм кире районға ҡайтып, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһына бара. Армияға йәше тулғанға хәтлем һөнәр үҙләштереп өлгөрә.
1999 йылдың май айында Айҙар Мохтаруллин ил алдындағы бурысын үтәргә юллана. Дуҫ-иштәре, ата-әсәһе, һеңлеһе Лилиә, ағаһы Әлфир һәм ҡустыһы Дим, уны ҡосаҡлап, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, оҙатып ҡалалар. Ошо көндө Айҙарҙарын һуңғы күреүҙәре икәнлеген ҡайҙан белһен инде яҡындары... «Хеҙмәт итәм», — тигән тәүәккәл ниәтенән барыбер күндерә лә алмаҫтар ине...
Тәүҙә райондашыбыҙ Нижегородск өлкәһенең Богородск ҡалаһындағы, эске ғәскәрҙәргә ҡараған 3671-се часкә эләгә. Хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң, гранатометчик вазифаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Ә 1999 йылдың авгусында, боевиктар-ҙың Дағстанға һөжүменән һуң, Чечен Республикаһында ҡабаттан һуғыш уты тоҡана — «икенсе кампания» башлана.
Айҙар Марат улы хеҙмәт иткән «Шумилов бригадаһы» тип йөрөтөлгән махсус тәғәйенләнештәге айырым бригада һалдаттары һәм офицерҙары Чечнялағы тәүге хәрби бәрелештәр мәлендә үк үҙҙәрен оҫта, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәр итеп таныта. Шуға күрә, икенсе кампания иғлан ителгәс тә, «шумиловсылар»ға көс төшәсәге көн кеүек асыҡ була. Хәрби частәге егеттәрҙе һуғыш шарттарына төплө әҙерләй башлайҙар. Көн һайын полигонда атыу, граната ташлау, ҡул һуғышы алымдарын өйрәнеү һәм башҡалар... 1999 йылдың сентябренән 34-се ОБрОН Чечня һәм Дағстан сиген һаҡлай, ә октябрҙән декабргә тиклем, Һауа-десант ғәскәрҙәре менән берлектә, Чечен Республикаһы биләмәһендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. «Шумилов бригадаһы» ярҙамында Мирный, Дубовская, Бороздиновская, Каргалинская һәм башҡа мөһим станциялар дошмандарҙан таҙартыла. 2001 йылдың авгусында бригада Арғун ҡалаһына ебәрелә.
Төньяҡ Кавказ тауҙарында боевиктарға ҡаршы һуғышырға тура килеүе хаҡында Айҙар өйҙәгеләргә бер нәмә лә яҙмаған. Хаттарында туғандарын: «Бында һуғыш юҡ, беҙ миналар эҙләйбеҙ. Мин сапер», — тип тынысландырырға тырышҡан. Тик дуҫтарының береһенә яҙған хатында ғына ошондай юлдар бар: «Бер аҙым да ситкә баҫып булмай. Тирә-яҡта үлем һағалай, көнө-төнө атышабыҙ. Был турала әсәйемә әйтеп ҡуйма».
Геройымдың атаһы — Марат Маҙһар улы ғүмер буйы Калинин исемендәге колхозда бил бөгә, ферма мөдире вазифаһын алып бара, әсәһе Сәйҙә Ноғман ҡыҙы ла һауынсы булып эшләй. Икеһе лә намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән пар улдарына дөрөҫ тәрбиә бирә, ғәҙеллек яҡлы булырға, Тыуған илде яратырға өйрәтә.
2001 йылдың 20 авгусында махсус тәғәйенләнештәге бригада хәрби операцияла ҡатнаша. Һәләк булған яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен Рауил ауылына оҙатып алып килгән старшина бына ошоларҙы һөйләй: «Арғун ҡалаһында махсус операцияла инек. Ваҡытлыса урынлашыу пунктына ҡайтып барышлай, ҡапыл һөжүм аҫтында ҡалдыҡ. Беҙгә ниндәй генә ҡоралдарҙан ут яуҙырманылар. Һалдаттар тиҙ генә оборона алырға маташты, әммә гранатомет, автомат, пулеметтарҙан тыҡылдаған пулялар аҫтында баш ҡалҡытырлыҡ түгел. Мохтаруллин да ҡоралын ҡулынан төшөрмәй, дошманға ут асты. Әммә ҡаршы яҡтан уның башына ғына аттылар. Әгәр пуля бер-ике сантиметрға ғына юғарыраҡ үтһә, каска егеттең ғүмерен һаҡлар ине лә. Тик яраһы ауыр ине шул, күп ҡан юғалтты, медсанбатҡа еткереп өлгөрмәнек...»
«Айҙар Мохтаруллин батыр, ҡурҡыу белмәҫ хәрби булды. Махсус операцияларға үҙе теләп йөрөнө. Беҙ һәләк булған иптәшебеҙ батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Уның исеме бригада һәм инженер-сапер ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индереләсәк. Шулай уҡ уның исем-шәрифе беҙҙең бригаданың Чечен Республикаһында һәләк булған һалдаттары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыла ла яҙылған», — ти старшина.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көс еткеһеҙ ҡайғы үҙенекен иткән — бөгөн Айҙарҙың атаһы менән әсәһе лә, бер туған һеңлеһе Лилиә лә фани донъяла юҡ. Әлфир ағаһы менән Дим ҡустыһы ғына тыуған йорттарына ҡайтып тора.
Бер нисә йыл элек, 9 май — Еңеү байрамы алдынан Әбйәлилдең батыр улын хөрмәтләп, ул уҡыған Рауил урта мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. «Ошо мәктәптә уҡыған Мохтаруллин Айҙар Марат улы Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды» тип яҙылған мәрмәрташ бында белем алған балаларға илһөйәр ауылдашы хаҡында хәтерләтеп тора.
Рауил ауылындағы төп урамдарҙың береһе ҡаһарман егеттең исемен йөрөтә. Һәм 2019 йылда Асҡарҙа, ДОСААФ алдында Төньяҡ Кавказда һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә асылған мемориалда йәшләй генә Ватаны именлеге өсөн башын һалған А. М. Мохтаруллиндың исеме бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2002 йылдың 17 июнендәге Указы менән Әбйәлил егете Айҙар Марат улы Мохтаруллинға үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелгән.
Тыныс йоҡла, яугир. Беҙ һине онотмайбыҙ.