Шыршы биҙәү традицияһы Германияла башланғыс ала, һуңынан ул бөтә донъяға тарала. Ә бына мандаринды был мөғжизәле байрам менән ҡытайҙар дуҫлаштырған. Борон Ҡытай илендә яңы йыл байрамына күстәнәскә ике мандарин тотоп килгәндәр, ҡиммәтле емеште тик байҙар ғына һатып алған. Алтын төҫөндәге емеште бүләк итеү — бер-береңә уңыш, байлыҡ юрауҙы аңлата.
Совет заманында һәр ғаилә бөтә туғандарына, хатта күрше-күләнгә матур открыткалар яҙып ҡотлай ине. Йәнһүрәт геройҙары, ҡышҡы пейзаж, ҡар ҡаплаған өй һүрәтле матур открыткаларҙы пачкалап ала инек. Был йолаға Англия халҡы нигеҙ һалған, тик интернет-ресурстар артыу менән почта аша байрам менән ҡотлау юҡҡа сыҡты.
Яңы йылды яңы кейемдә ҡаршылауҙы япондар модаға индергән. Әйткәндәй, майҙанды боҙ һындары, ҡәлғәләр менән биҙәү ҙә Япониянан таралып киткән. Ә бына уларҙың бәхетте мулыраҡ эләктереү өсөн мотлаҡ яңы йыл алдынан тырма һатып алыу традицияһы үҙләштерелмәгән.
Кубала сәғәт 12-не һуғыр алдынан өйҙә булған бөтә һауыт-һабаға һыу тултыралар һәм тәҙрә аша ҡоялар. Шул рәүешле, яңы йылға юлды таҙарталар һәм үҙҙәренең гонаһтарын юялар. Шулай уҡ куранттар һуҡҡан арала, уңыш, именлек теләп 12 виноград ашайҙар. Испанияла ла сәғәт 12-не һуҡҡанда, шунса виноград емеше ҡабып өлгөрөр кәрәк.
Аргентинаның офис работниктары тәҙрә аша бөтә иҫке документация, календарь, бланкыларҙы һелтәй. Был йола бигерәк тә гәзит хеҙмәткәрҙәренә оҡшай икән. Бер саҡ бөтә архивты тәҙрә аша осорғандар. Италияла йыһазды тәҙрәнән ташлау ғәҙәте юҡҡа сыҡҡан, йолаһын үтәү өсөн генә ҡағыҙ, сүп ырғыталар.
Швецияла яңы йыл төнөндә һауыт-һаба ҡыйратыу изге күренеш. Күршеләренең ишегенә тәрилкә бәреп, ярсыҡтары ни тиклем күп булһа, яңы йыл шунса бәхет килтерә, имеш. Вьетнамдар яңы йыл табынына оло кешене саҡыралар, уларҙың аҡылы, тормош тәжрибәһе башҡаларға ла күсә тип иҫәпләйҙәр, йәше өлкәнерәк булған һайын күберәк хөрмәт күрһәтәләр.
Грецияла ҡунаҡтар таш тотоп килергә тейеш. Ни тиклем ҙурыраҡ булһа, яҡшыраҡ. Уны шундай ҙур байлыҡ теләп, тупһаға һалалар.