Төрлөһөнән
6 Января 2022, 15:50

Каникулдар күңелле уҙа

Оҙайлы ҡышҡы ялдарҙы ғаилә менән бергә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Каникулдар күңелле уҙаКаникулдар күңелле уҙа
Каникулдар күңелле уҙа

"Сәләмәт быуын-көслө төбәк" проекты сиктәрендә 1-се Асҡар урта мәктәбендә "Яңы йыл ғаилә уйындары-2022" фестивале үтте. Һәр кластан ғаилә командалары эстафетала көс һынашты. Сослоҡҡа, етеҙлеккә ҡоролған ярыштар сәмле уҙҙы. Саф һауала ҡышҡы уйындар кәйефте күтәрҙе, командалар дәртләнеп иң алдынғы булырға ынтылды. Иң шәп ғаиләләр грамоталар менән бүләкләнде. Ҡышҡы каникулдың бер көнө шулай ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас