

Оҙайлы Яңы йыл ялдарын файҙаға бороп, оҫталыҡтырын арттырырға теләүселәр район тыуған яҡты өйрәнеү музейына мастер-класҡа йыйылды. Зөлфиә Заһретдинованың етәкселеге аҫтында балалар фоамирандан һәм фетрҙан ҡар бөртөктәрен эшләне.
Оҫталыҡ дәресенә Дәүләттән килгән Нарыбаевтарҙың ишле ғаиләһе, Дыуан районынан ҡунаҡтар Регина һәм Динара, Асҡарҙан Матвей менән Полина ҙур теләк менән шөғөл арттырҙы.
Эш барышында Зөлфиә Зөфәр ҡыҙы ысын ҡар бөртөктәре нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләне.