

Йыл һайын ваҡытлы матбуғат редакцияларында тоғро дуҫтарҙы билдәләй торған күркәм йола бар. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең яҡташтар ике республика баҫмаһының лауреаты булды. “Йондоҙ” гәзите мөхәррире Азат Көмөшбаев әхлаҡи темаларға яҙған мәҡәләләре өсөн – “Йәшлек”, ә Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Римма Баймырҙина төрлө темаларға мәҡәләләре һәм районда гәзитте таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Йәншишмә” гәзитенең лауреаттары тип билдәләнде. Әйткәндәй, Азат Рафиҡ улы ла, Римма Фәйзулла ҡыҙы ла – икеһе лә ваҡытында хеҙмәт юлдарын беҙҙең “Осҡон” гәзите редакцияһында башланы. Афарин, коллегалар! Ҡәләмдәрегеҙ һәр саҡ үткер, мәҡәләләрегеҙ уҡымлы булһын!