Быйыл Рәсәйҙә яңы программа эшләй башлаясаҡ, ул уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Был маҡсатта 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә уларҙы биреү ҡағиҙәләре тураһындағы ҡарарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыусылар иҫәбендә - Рәсәйҙең 18 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә субсидия бирәсәк.
- Балалар туризмы ҙур әһәмиәткә эйә. Халыҡта, айырыуса балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта был туризм төрө әлеге ваҡытта Рәсәйҙә туристик баҙарҙың иң тотороҡло сегменттарының береһе булып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.