

Рафаилдың әсәһе Үҙәк ауылы Камалетдин мулланың ҡыҙы була.
— Олатайымды 1930 йылдың октябрендә ҡулға алып, 1931 йылдың 5 ғинуарында аталар. Был хаҡта архив документтарындағы «дело лесорубов» эше буйынса 132 кешене ситтән тороп хөкөм язаһына тарттырып, шуларҙың 65-енең атыуға хөкөм ителеүен белдем, олатайым да шулар иҫәбендә булған. Ишҡолда имам-хатип булған олатайым, шунда мәҙрәсә астырып балалар уҡытҡан, ҡатыны Бибифатима Ғәбделханнан ҡыҙы ошонда уҡ ҡыҙҙарға дәрес биргән. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтәйем: Әлмөхәмәт ауы-лынан булған Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан Мәккә Мәҙинәнең юғары мәҙрәсәһендә уҡый һәм Стамбул шәһәрендәге мәҙрәсәлә 3 йыл уҡыта. Һуңынан ауылға ҡайтып, Ҡолбаҡтыла яңы мәсет төҙөтә, үҙе имам-хатип була һәм тағы ике мәҙрәсә һалдырып, шәкерттәр уҡыта башлай, Әлмөхәмәт ауылында 1999 йылда асылған мәсет арҙаҡлы дин әһеленең исемен йөрөтә, — тип һөйләй үҙ нәҫел-нәсәбен өйрәнеү менән етди шөғөлләнгән Рафаил ағай. — Тыуған ауылына ҡайтып, ҡорбанға тана һуйып халыҡты йыйған Камалетдин олатайым өҫтөнән «мулла — контра, рөхсәтһеҙ мал һуйған» тип донос яҙалар, коллективлаштырыу осоронда мал һуйыуға рөхсәт булмағандыр инде, ялыу ғәрәп телендә яҙылған. Атайҙары репрессияға эләккәс, Себергә ебәреүҙәренән ҡурҡып, әсәйем һәм өс ҡустыһы ат менән ҡасалар. Магнитогорск ҡалаһының һул яҡ ярында землянка эшләп алалар. Аҡмал исемлеһе аты менән төҙөлөшкә эшкә урынлаша. Әсәйем МТС Красная Башкирияла асҡан курстарҙа тракторсыға уҡый, унда өс вагон тороуы, берәүһендә ҡыҙҙар, икенсеһендә ир-егеттәр йәшәүе, өсөнсөһөндә контора булыуын һөйләй торғайны.
Рафаил ағайҙың әсәһе Ҡужан егете менән нәҡ ошонда таныша ла инде. Курстар тамамланғас, йәштәр өйләнешә һәм килгән тракторҙарҙа башҡалар менән бер рәттән сиҙәм күтәреүгә тотона. Артабан йәш ғаилә Ҡужан ауылында төпләнә. Тракторсы, шофер, механик булып эшләгән Барый Мәсәлимов һуғыш башланыу менән ил һаҡларға китә һәм совет һалдатына шул китеүҙән тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ҡатыны ҡыҙы Рәйлә һәм күптән түгел генә донъяға ауаз һалған Рафаил менән тороп ҡала.
— Һигеҙ йәштән колхозда эшләнем. Үҙем кеүек бала-саға менән иген шытып сығып күтәрелә башлау менән баҫыуҙа билсән, алабута, әрем кеүек сүп үләндәрен утарға йөрөнөк. Кейергә кейем булмағас, күптәребеҙ яланаяҡ, яланбаш йөрөр инек. Кискә, эш бөтөүгә бер телем икмәк менән бер сеүәтә өйрә бирә торғайнылар. Бер аҙ ҙурая биргәс, ат тырмаһы менән бесән йыйҙыҡ, күбә тарттырҙыҡ. Рәйлә апайым мәктәпте яҡшы тамамлаһа ла, һарыҡ фермаһына эшкә төштө. Сөнки, әсәйем менән икәүләп мине уҡытырға тырыштылар, — тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша Рафаил ағай.
Урындағы мәктәптән һуң, Рафаил Мәсәлимов һигеҙенсегә Асҡарға бара.
Был Асҡар балалар йорто ябылған мәл була, уны интернат итәләр, ике ҡатлы карауаттар ҡуйылған бүлмәлә 18-әр бала йәшәй.
— Ул йылдарҙа электр юҡ, кәрәсин лампалар. Һыуҙы зыярат өҫтөнән, Суйынҡаҙғандан ташыныҡ, тотош Асҡарға — 2-3 ҡотоҡ, һыу алыу өсөн сират булыр ине. Бинаны йылытырға утынды ла уҡыусылар бысып-ярҙы. Бүлмәләрҙе таҙа тотоу ҙа үҙебеҙҙең өҫтә булды. Өйҙән бер аҙнаға етерлек итеп ашарыбыҙға алып килер инек. Мәктәпкә китер алдынан бер телем икмәк ашайһың, төш инде 0,5 литрлыҡ алюмин көрөшкә менән ҡайнаған һыуҙы сәй итеп, йә һыу көйө эсәһең. Мәктәп коридорында ике биҙрә һыйҙырышлы мискә янында сынйыр менән бәйләнгән көрөшкә торҙо, өлгөрһәң шунан һыу эсеп алаһың... Бына шулай, йәшәйешебеҙҙе лә үҙебеҙ ҡайғырттыҡ, тырышып уҡыныҡ та, — тип дауам итә әңгәмәсем.
1959 йылда Асҡар мәктәбен тамамлай, тик колхозсы балаһы иҫәпләнгән Рафаил ағайҙың, шул осор ҡағиҙәһе булараҡ, паспорты булмай, ә документһыҙ артабан уҡырға инеү мөмкин түгел.
— Ата-әсәләре предприятие-учреждениеларҙа эшләгәндәр һөнәр алыу өсөн уҡырға китте, минең кеүектәр ҡалды инде. Колхозда ике йыл эшләһәң, йүнәлтмә биреү шарты бар ине. Ауылға ҡайтып, клубта мөдир вазифаһында хеҙмәт юлымды башланым, — ти Рафаил ағай.
Эш башлаған йылда ауыл Советына һайлауҙар үтеп, йәш булыуына ҡарамаҫтан Рафаил Мәсәлимовты ауылдаштары депутат итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтә.
— Ул осор депутаттың бөтә эшмәкәрлеге ҡатыны менән низағлашҡан кешеләргә йөрөп, тәрбиә эше үткәреү ине тиһәм дә яңылышмам. Участковый юҡ, халыҡ төн-көн тимәй ялыу менән килә, бармай хәлең юҡ, — тип иҫкә ала депутатлыҡ йылдарын Рафаил ағай. Һуңынан Магнитогорск ҡала Советына депутат итеп һайлана, Нуғәйбәктә дүрт саҡырылышта район Советына депутат була.
Әүҙем, дәртле, алдынғы ҡарашлы Рафаил Мәсәлимовты күп тә үтмәй Орлов исемендәге хужалыҡтың комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Комсомол лидерының төп бурысы ун ауыл ҡараған колхоз йәштәрен юғары етештереүсәнле эшкә дәртләндереү, улар араһында агитация-пропаганда эшен әүҙемләштереү була.
— 1962 йыл уңыш мул булды. Колхоз рәйесе Өфө педагогия институты етәкселеге менән һөйләшеп, 50 студентты көҙгө уңыш осорона эшкә ебәреүҙәренә өлгәште. Уларҙы барып алып ҡайтыу миңә йөкмәтелде, — ти Рафаил Барый улы.
Колхозға эшкә килгән ҡыҙҙар араһында Рафаил Мәсәлимовтың буласаҡ тормош юлдашы, Ғафури ҡыҙы Вәкилә лә була. Нәҡ ошо йылда Р. Б. Мәсәлимов ауыл хужалығы институтының механика факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә.
Уҡыуға барыу менән студенттарҙы бер айға шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуға ебәрәләр. Унан ҡайтыуға Рафаил ағайҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы көтә, сөнки ул йылдарҙа был уҡыу йортонда хәрби ка-федра булмай.
Һалдаттарҙың йыйылма пунктында 240 кешене бер ай тоталар. Унан Себер яҡтарына ебәрәләр, тик Томскиға етеү менән кире боралар.
— Республиканың баш военкомы Таһир Кусимов бер йылға отсрочка биреп, барыбыҙҙы ҡайтарҙылар. Ҡулымда алты айға бирелгән паспортым булғас, уҡыуымды дауам итмәй, Магнит ҡалаһына барырға булдым. Ҡайҙа, нимә эшләремде лә белмәй, трамвайҙа китеп барғанда, ятаҡтан урын, эш хаҡын мул ғына вәғәҙәләгән иғлан күҙгә салынды. Адресын яҙып алдым да киттем шунда, — тип хәтирәләр йомғағын һүтеүен дауам итә Рафаил Барый улы. — Был сәнәғәт, йәғни мартын мейестәрен ремонтлау цехы булып сыҡты. Эше еңелдән түгел, әлбиттә, түҙеп торғоһоҙ эҫе: бер-ике кирбес һалаһың да, өҫтөңә һалҡын һыу ауҙараһың, тағы 1-2 кирбес һалыуға, тағы ҡойонорға кәрәк...
Белем алыу теләге ҙур булғанлыҡтан, металлургия университетының әҙерлек курсына бара. Тик курстарҙы тамамларға насип булмай, хәрби хеҙмәткә алына. Был мәлгә инде Рафаил Барый улы Вәкилә Таҡиулла ҡыҙы менән ғаилә ҡорған була.
Ҡытай сигенә эләгә ул, сержанттар әҙерләү мәктәбендә 8 ай уҡый. Фрунзе ҡалаһында Еңеүҙең 20 йыллығы айҡанлы үткән тантаналы парадта байраҡ йөрө-төүсе, йәғни знаменосец булараҡ ҡат-наша. Ошо сара сиктәрендә яҡташыбыҙға «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 20 йыл» миҙалы тапшырыла. Алдынғы ҡарашлы һалдат Ҡырғыҙстан йәштәренең ун би-шенсе съезына делегат итеп һайлана һәм унда үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, эшлекле тәҡдимдәрен еткерә. Уның хаҡында Ҡырғыҙстандың республика гәзите яҙған мәҡәләне әле булһа ҡәҙерләп һаҡлай хеҙмәт ветераны.
Хеҙмәт итеү осоронда политбүлектең комсомол эше буйынса инструктор вазифаһын башҡара. 3 йыл 3 ай һәм 3 көн хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына старшина званиеһында ҡайтып төшә ул.
Әрмегә Магнитогорск ҡалаһынан алынғас, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, ошо ҡала комиссариатына иҫәпкә тороу өсөн барғанда, кисәге һал-датҡа Правобережный район комсомол комитетында эш тәҡдим итәләр, уға ВЛКСМ райкомының ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһы йөкмәтелә. Күп тә тормай партия сафына ҡабул итәләр. Һәйбәт эш урыны булһа ла, юғары белем алыу тураһындағы хыялы тынғы бирмәй һәм Рафаил Барый улы ситтән тороп Мәскәү юридик институтына уҡырға инә. 1972 йылда ҡулына диплом алған белгес өр-яңы вазифаға — ҡаланың прокурор ярҙамсыһы булып күсә.
— 1974 йылда Нуғәйбәк районына прокурор булып күсергә тәҡдим иттеләр. Иң элек Мәскәүгә саҡырып, өс көн мәҙәни сараларға йөрөттөләр: театрҙарҙа, музейҙарҙа булдым, сиратһыҙ мавзолейға индем. Бөтә нәмә дефицит булған осор: үҙәк универмагҡа ондатра кәпәс алыуға талон бирҙеләр, тик аҡсам етмәү сәбәпле, ҡуян тиреһенән тегелгәнен генә алдым, — тип нисек прокурор булып китеүе хаҡында һөйләй Рафаил ағай.
Нуғәйбәктә прокуратура бинаһы бик иҫке була, шуға ла яңыһын һалдырыуға бар көсөн һала Рафаил Барый улы. Ике машина һыйҙырышлы гараж төҙөтөүгә өлгәшә.
Ике мөҙҙәт эшләгәс, сәләмәтлек торошо буйынса эшенән китеп, 1988 йылда Әбйәлилгә ҡайтып төпләнә яҡташыбыҙ.
— Килеү менән собеста эшләнем. Бында эш шарттары иҫ китмәле ине: өҫтәлдең ике тояғы юҡ, урынына кирбес һалынған. Пенсия төймәле ябай счеттарҙа иҫәпләп, тәғәйенләнә. Түләү Өфөлә бил-дәләнә, бының өсөн документтарҙы аҙнаһына ике тапҡыр почта аша башҡалаға ебәрә инек, — тип хеҙмәт юлының Әбйәлил дәүерен бәйән итә ул. — 1992 йылда Мәскәү пенсияны электрон тәғәйенләүгә күсергә тәҡдим итте, эскперимент рәүешендә был яңылыҡ индерелгән өс төбәк араһында Башҡортостандан 5 район булырға тейеш ине. Үҙебеҙ теләп, был экспериметҡа ҡушылдыҡ: төп талап компьютерҙарҙың булыуы ине, шуға был маҡсатта колхоз-совхоздарҙан аҡса йыйҙыҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙе көнөнә берәр сәғәтләп компьютерҙа эшләргә өйрәтә башланыҡ. Көндөҙ пенсия, пособие алыусылар исемлеген компьютерға индерәбеҙ, кистәрен уны ҡайтанан тикшереп сығабыҙ, сөнки хеҙмәт кенәгәләрендә хаталар күп, исем-фамилияларҙа буталсыҡ. Хужалыҡ-предприятие-учреждениеларҙың кадрҙар өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәре өсөн ауыл хужалығы идаралығында уҡыуҙар ойошторҙоҡ.
1996 йылда Р. Б. Мәсәлимов район башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Тыуған Әбйәлиле халҡы мәнфәғәтендә 12 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт иткәндән һуң Рафаил Барый улы хаҡлы ялға китә.
Вәкилә апай бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлай, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләп, пенсияға сыға. Татыу ғаиләлә ике бала буй еткерә. Ата-әсә бурысын тулыһынса үтәгән Мәсәлимовтар: Альбертҡала, Тәғзимәгә лә икешәр юғары белем алырға ярҙам иткәндәр, туйҙар үткәреп, йорттар күтәрешеп, үҙаллы тормош юлына сығарғандар. Бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәрҙәренең һөйөнөстәрен уртаҡлашып, уңыштарына ҡыуанып ғүмер итә бәхетле олатай менән өләсәй. Иң оло ейәндәре Уралдың үҙ ғаиләһе бар, ул Нәйлә исемле ҡыҙсыҡҡа атай.
Рафаил Барый улы үҙ аҡсаһына Салауат ауылы мәсетен һалдырып, оло сауап алған. 2008 йылда асылған был иман йортон төҙөүҙә мәсеттә имам вазифаһын башҡарған Рафиҡ Шәйәхмәтовтың ярҙамы ҙур була.
— Үткән тормош юлымдан ҡәнәғәтмен. Һуғыш, унан һуңғы ауырлыҡтарҙың әсеһен-сөсөһөн күп күреп татығанғамы ошо осор балалары тормоштоң ҡәҙерен белеп үҫтек. Миҫалға, Асҡар мәктәбен 23 егет-ҡыҙ тамамланыҡ, шуларҙың 16-һы юғары белем алыуға өлгәште. Класташтарым һәр нәмәгә яуаплы ҡарауы, намыҫлы булыуы менән айырылып торҙо. Беҙҙең арала хөкөмгә тарттырылған, ғаиләһенән айырылып йәшәгәндәр булманы, — тип һабаҡташтары өсөн ғорурлығын йәшермәй Рафаил ағай.
Рафаил Барый улының оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, әлбиттә, бик күп Почет грамоталары, рәхмәт хаттары, миҙалдар менән билдәләнгән. Р. Б. Мәсәлимов «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы менән наградланған, комсомолда әүҙем эше өсөн 1971 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. ВЛКСМ-дың, прокуратураның төрлө билдәләренә лайыҡ ул. Шулай ҙа, үҙе әйтмешләй, һатып алһа ла, «Һуғыш балалары» миҙалы уның өсөн айырыуса ҡиммәт.
Бала сағы үткән, оло тормош юлына башланғыс биргән тыуған төйәген оло ихтирам менән телгә ала Рафаил ағай. Ауылының тарихы, халҡының көнкүреше, йолалары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарының ҡыҫҡаса биографик белешмәһе индерелгән «Ҡужан ауылы тарихы» исемле китап сығарыуы ла тыуған еренә һөйөүен, ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ кисереүенең бер сағыу өлгөһө.
Тарихты тергеҙеү, белгәндәрен киләсәк быуынға ҡалдырыу ниәтендә бөгөн дә әүҙем эш алып бара Рафаил ағай. Ғәбделханнан ишан хаҡында сығарған брошюраһын тулыландырып, китап итеп баҫтырыу уйы ла бар, тыуған ере тарихына ҡағылышлы иҫтәлектәре лә етерлек.
Изге ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырырға яҙһын, хөрмәтле ил ағаһы, үҙегеҙ яҙғанса: «Бала саҡта күргән-ишеткәндәр онотолмай. Йыуа-ҡуҙғалаҡ, емеш-еләк йыйырға йөрөгәндә өләсәйҙәрҙең, кистәрен ҡапҡа төптәрендә йыйылып ултырғанда йә көтөү ҡаршылағанда бабайҙарҙың ауыл тирәһендәге ер-һыу, тау-таш атамалары тураһында һөйләгәндәре иҫтә ҡалған. Ә бит уларҙы Ҡужандың бөгөнгөһөн һәм киләсәген дауам итеүсе йәштәргә лә һөйләп ҡалдырырға кәрәк».