Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2022, 06:30

Парктар төҙөкләндереләсәк

"Башҡорт ихаталары" программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Йыл һайын республика ҡалаларындағы парктарҙы реконструкциялау өсөн республика бюджетынан бер миллиард һум бүленәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Өфөнөң Инорс биҫтәһе халҡы менән осрашыу һәм Йылы күле тирәләй биләмәне төҙөкләндереү проектын тикшереү барышында ошо хаҡта әйтте.

«Быйыл Затонда «Тулҡын» паркын төҙөкләндереүҙе тамамлайбыҙ, Орджоникидзе районында Нефтехимиктар паркын, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркына инәбеҙ, йәйгеһен бөтәһен дә Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркына саҡырам. Әлбиттә, бәләкәй ҡалаларҙы кәмһетмәйбеҙ, унда ла төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барыла», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Биҫтәлә йәшәүселәр республика етәксеһенә «Башҡорт ихаталары» программаһы өсөн рәхмәт белдерҙе, уның сиктәрендә уларҙың ихата биләмәләре йәшәү һәм ял итеү өсөн уңайлы урындарға әүерелде. 

«Дөйөм алғанда, Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланы тәртипкә килтерербеҙ һәм 2024 йылға ул һиҙелерлек үҙгәрер», – тине Башҡортостан Башлығы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас