Төрлөһөнән
20 Января 2022, 11:01

Маҡсатына табан ҡыйыу юл яра

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған Светлана Килмөхәмәтова Таһир Кусимов исемендәге гимназияның ғорурлығы. Тырыш, һәләтле ҡыҙ уҡыуҙа ла алдынғы, мәктәп тормошонда ла әүҙем.

Маҡсатына табан ҡыйыу юл яраМаҡсатына табан ҡыйыу юл яра
Маҡсатына табан ҡыйыу юл яра

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған Светлана Килмөхәмәтова Таһир Кусимов исемендәге гимназияның ғорурлығы. Тырыш, һәләтле ҡыҙ уҡыуҙа ла алдынғы, мәктәп тормошонда ла әүҙем.

Быйылғы уҡыу йылы Света өсөн иң мөһим мәл. Сығарылыш класы уҡыусыһын алда берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Һынауҙарҙы уңышлы тапшырыу өсөн өлгөр, ныҡыш ҡыҙ репетиторҙар менән дә, үҙаллы ла шөғөлләнә. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул яратҡан предметы — башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала ҡатнашыуҙан баш тартмай.
— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре миңә бик оҡшай. Бишенсе кластан беҙгә белем биргән уҡытыусым Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова тыуған телебеҙгә оло һөйөү уятты. 6-сы класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашып ҡараным. Мәктәп кимәлендә беренсе урын яулағаныма ныҡ ҡыуандым һәм ошо бәләкәй генә еңеүем миңә ҡанат ҡуйҙы, этәргес булды, — ти Света. — Киләһе йыл районда беренсе урын алғас, республика олимпиадаһына ныҡлы әҙерләнә башланым. Бәйге Ишем-бай ҡалаһында үтте һәм унда мин еңеүсе булдым. Ҡыуанысым сикһеҙ ине. Уңыштарым өсөн 2018 йылда Әлшәй районында «Йәйләү» профилле балалар лагерында ял иттем, Таһир Кусимов исемендәге стипендияға лайыҡ булдым, йыл да район башлығы стипендияларын, Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын, бүләктәрен алып торам.
С. Килмөхәмәтова олимпиадала йыл һайын ҡатнаша һәм алдынғылыҡты бирмәй. 9-сы класта Өфө ҡалаһында уҙған төбәк-ара олимпиадала тағы еңеүсе, уҙған йылда онлайн үткәрелгән олимпиадала призер һәм быйыл, 11-се класта еңеүсе булыуға өлгәшә.
— Уҡытыусым менән бергәләп бөтә темаларҙы нығыттыҡ, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм тарих буйынса ҡабатланыҡ. Ныҡлы әҙерләнгәс, олимпиада һынауҙары ауыр тойолманы. Класс етәксемә, уҡытыусым Альбина Ринат ҡыҙына оло хөрмәтемде белдерәм. Шундай остазым булыуына ғорурланам. Уҡыуҙағы юғары һөҙөмтәләрем өсөн ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен, улар миңә терәк-таяныс, юл күрһәтеүсе булып тора, — ти ҡыҙ. — Был олимпиадалар миңә яңы дуҫтар, яңы үрҙәр һәм маҡсаттар килтерҙе. Төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, проект эштәрендә, «Йыл уҡыусыһы» конкурстарында ҡатнашам, башҡорт бейеүҙәрен яратам. Киләсәгемде лә тел, әҙәбиәт менән бәйләргә уйым бар, сөнки башҡорт теле — милләттең йәне, йөрәк тибеше.
Светлана башҡорт зыялыларына белем биргән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инергә хыяллана.
— Олимпиада һынауҙарынан һуң ошо юғары уҡыу йорто уҡытыусылары менән осрашыу күңелемде елкендерҙе. Улар беҙҙе үҙҙәрендә белем алырға саҡырыуын ихлас ҡабул иттем. Хәҙер бөтә көсөмдө имтихандарға әҙерләнеүгә йүнәлтәсәкмен, — ти Света.
Дауыт ауылында йәшәүсе Гөлнара менән Самат Килмөхәмәтовтар ҡыҙҙарының бөтә шөғөл-мауығыуҙарын хуплап тора. Күп балалы ғаиләлә Света иң өлкәне, уның Илсур исемле ҡустыһы менән Гөлсибәр исемле һеңлеһе бар. Уҙған йыл аҙағында ғаиләлә һөйөнөслө ваҡиғалар булып уҙған: иң беренсе уларҙың өйөнә газ үткән һәм республика Башлығы Радий Хәбиров Килмөхәмәтовтарҙың ҡотло йорттарында ҡунаҡта булған, татыу, матур ғаилә менән яҡындан танышҡан.
Башҡорт телен яҡшы белгән, уны яратҡан һәм хөрмәт иткән Светлананың ҡатмарлы һынауҙарҙы уңышлы үтеп, үҙе һайлаған уҡыу йорто студенты булып китәсәгендә шик юҡ. Барыр юлдары гел аҡ булһын!

Автор:
Читайте нас