Төрлөһөнән
27 Января 2022, 14:00

Бәхет тыуған ерҙә икән...

Әбйәлил егете менән Йылайыр ҡыҙын 2010 йылда Сибай педагогия колледжы осраштыра. Икеһе лә мәктәптән һуң ошо уҡыу йортон һайлай.

Бәхет тыуған ерҙә икән...Бәхет тыуған ерҙә икән...
Бәхет тыуған ерҙә икән...

Эльмира һәм Илдар Хөббиевтар өйләнешкәс, дүрт йылға яҡын баш ҡалала йәшәй. Ғаилә башлығы автосервиста, кәләше «Ярмарка» супермаркетында һатыусы була. Фатир өсөн ҡуртым хаҡы түләп тороу арыта, йәштәр тиҙерәк үҙ нигеҙҙәрен булдырыу хаҡында хыяллана. Етмәһә «Ауылға ҡайтығыҙ!» — тип саҡырып торған, ярҙамдарынан айырмаған атай-әсәй барҙа, тыуып-үҫкән мөхит тә үҙенә тарта.

Әбйәлил егете менән Йылайыр ҡыҙын 2010 йылда Сибай педагогия колледжы осраштыра. Икеһе лә мәктәптән һуң ошо уҡыу йортон һайлай. Шунан кешене яҙмыш йөрөтә тигәнгә ышанмай ҡара! Шау ҡыҙҙар араһына килеп эләккән Илдарҙың йөрәген баштан уҡ Эльмира яулай. Һөйкөмлө, тыйнаҡ ҡыҙ яуаплылығы, тырышлығы менән айырыла. Юҡҡа ғына уны төркөм старостаһы итеп һайламайҙар. Үҙенә күҙ атҡан егеткә Эльмираның да йөрәге ыңғай хистәр менән яуаплай. «Уртаҡ һыҙаттарыбыҙҙың күплеге арҡаһында бер-беребеҙҙе оҡшатҡанбыҙҙыр, тип уйлайым. Хатта төҫ-башҡа ла оҡшағанбыҙ», — ти ул.
Ҡыҙ һәм егет дуҫлашып йөрөй башлай. Эльмира һөйгәнен армияға оҙатып ҡала. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Илдар педколледжда уҡыуын дауам итмәҫкә ҡарар итә, һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. 2013 йылда Кесе Юлдыбай һәм Ҡаҙмаш ауылдарында туй гөрләй. Шунан инде йәш ғаилә баш ҡалаға сығып китә.
Йәштәр ауылда төпләнеү тураһында уйлай башлағас, бура алып Ҡаҙмашта өй күтәрәләр һәм бер йылдан күсеп ҡайтып, матур итеп донъя көтә башлайҙар. Ғаиләне шатлыҡ ауаздарына күмеп, улдары Эльмир донъяға килә. Ҡыҙҙары Айгизә тыуғас, «Әсәлек капиталы» аҡсаһына өйҙәрен ҙурайтыуға өлгәшәләр.
Хәҙерге ваҡытта Илдар аэропортта самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса эшләй. Улын һәм ҡыҙын Амангилдегә балалар баҡсаһына биреп, Эльмира ла ағымдағы уҡыу йылынан мәктәпкә ашнаҡсы булып урынлашҡан. Һөнәре буйынса булмаһа ла, эшле булыуына һөйөнә ҡатын. Уның ҡарауы технология уҡытыусыһына уҡыуының кәрәге тормош көткәндә бик тейә. Түшәк кәрәк-яраҡтарын тегә, бәйләй, аш-һыуға оҫта. Өйөн дә матур итеп йыһазландырыуы ҡатындың зауығы хаҡында һөйләй.
Баҡса үҫтерәләр, мул уңыш алалар. Хужабикә ҡышҡылыҡҡа күп итеп йәшелсә тоҙлаған, төрлө салаттар япҡан. Ауылда йәшәгәс, мал көтмәйенсә лә булмай. Йәштәр тирә-яҡтарын кәртәләп, һарай эшләгәнсе, һыйыр-аттары Илдарҙың ата-әсәһенең хужалығында торған. Уҙған көҙҙә мал кәртәгә ингәс, уларын алып ҡайтҡандар, яҙғыһын ҡош-ҡорт алып көтөргә иҫәптәре бар. Ҡайны-ҡәйнәһенең ярҙамы ҙур булыуына һөйөнә Эльмира. Ире эштә саҡта балаларҙы күрше ауылға баҡсаға йөрөтөүҙә лә уйһыҙ ул. Аяҡҡа ныҡлап баҫып киткәнсә һәм балалар үҫкәндә йәштәргә өлкәндәрҙең терәген тойоу бик мөһим. Олоғайған көндәрендә эргәләрендә нигеҙ ҡорған балаларының кәрәген һәм изгелеген улар үҙҙәре лә тойорҙар әле.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас