#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Һуңғы йылдарҙа Ғафури районында эко-туризм ныҡлы үҫешә башланы. Алмаз Кәримов та киләсәктә ошо йүнәлештә эшләргә уйлай.
-Кешеләр тәбиғәт ҡосағына ял итергә бара. Шуға күрә минең беренсе эко-умарталығымда ял итергә, бал ҡорттарының энергияһы менән туйынырға һәм сәләмәтләнергә мөмкин буласаҡ. Бал еҫе аңҡып торған өй, унда һәр кәштәлә дүрт бал ҡорто ғаиләһе йәшәйәсәк. Бал ҡорттарының апийортҡа үтеп инеү мөмкинлеге булмаясаҡ, был иһә, ҡорт сағыуынан ҡурҡмайынса, йоҡларға мөмкинлек бирә, — тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты Алмаз.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов яуаплы кешеләргә инвестицион проектҡа ярҙам итеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ултырыштары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.