

Бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап торған, ҡараштарында бәхет сатҡылары уйнаған был матур пар, әйтерһең, кисә генә өйләнешкән. Араларындағы йылылыҡ тотош йортҡа ҡот, нур булып бөркөлә. Илүзә менән Юлай Мөхәмәҙеевтар хаҡында һүҙем. Ихлас йылмайып, күптәнге таныштарылай ҡаршыланылар һәм «Беҙҙе нимә тип яҙағыҙ, ябай, ғәҙәти ғаиләбеҙ», — тип баҫалҡы ғына баш тарттылар.
Юҡ, бер ҙә ябай ғаилә түгел. Өс тиҫтә йылдан ашыу татыулыҡта йәшәгән, алты балаһын һөйөү-наҙға сорнаған, уларҙы белемле, боронғолар әйтмешләй, кеше итеүгә күп көс һалған улар.
— Әле генә балалар тауышынан гөрләп торған йортобоҙҙа ҡыҙыбыҙ Розалия һәм кинйәкәүебеҙ Салауат менән генә тороп ҡалдыҡ. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ ҡоштар кеүек төрлө тарафтарға осоп киттеләр, — ти Илүзә Салауат ҡыҙы.
— Уларҙың үҙ иштәрен табып, бергәләп донъя ҡороуҙары, беҙҙе ҡыуандырып, ейәндәр менән ҡайтып төшөүҙәре — ошо инде ҙур бәхет, — тип һүҙгә ҡушылды Юлай Ғилман улы.
Өлкән ҡыҙҙары Әлиә СиБДУ-ла немец-башҡорт теле факультетын тамамлаған, хәҙер ике ул әсәһе, тормош иптәше менән Асҡарҙа йәшәйҙәр. Артур Тольятти ҡалаһында төпләнгән, 12 йыл контракт буйынса хеҙмәт итә, ғаиләле. Ағаһынан күрмәксе, Азамат та спецназды һайлап, уның янына киткән, өйләнгән. Азалия БДУ-ла уҡый. Розалия етенсе класта, Салауат балалар баҡсаһына йөрөй.
Мөхәмәҙеевтар ауылда уңған, эшһөйәр ғаилә булып танылған. Икеһе бергәләп Абҙаҡта ял йортонда эшләйҙәр. Уның араһында мал, ҡош-ҡорт аҫырарға, баҡса үҫтерергә өлгөрәләр. Ғаилә ишле булғас ҡаҙҙы йыл һайын 30-40 баштан кәм алмайҙар, күркә тоталар. Хужабикәнең аш-һыуға оҫталығын белмәгән кеше юҡ. Ауылдың ағинәйе Асия инәйҙең ҡыҙы бит ул! Милли ризыҡтарҙы әҙер-ләүҙә уға еткән кеше булмаған. Ҡыҙғанысҡа, бер йыл элек ҡәҙерле кешеһен юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килгән Илүзәгә.
Ғаилә башлығы ағас эшенә оҫта. Йорттағы һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән тәфсирләп, ныҡса итеп үҙе яһаған. Тимерме, ағасмы, нимәгә тотонһа ла, эш рәтен белә. Яҡын-тирәгә оҫта мейессе тигән даны сыҡҡанға, уны әле лә мейес сығарыуға саҡыралар.
— Уның мейесендә икмәктәрҙең нисек күпереп, тәмле булып бешкәнен белһәгеҙ, — ти хужабикә. — Өйгә газ үткәргәс, һүткәйнек, хәҙер үкенәм.
— Һаулыҡ булһын, кәләш. Яңыһын тағы ла шәберәк итеп һалып бирермен, әйҙә, бешерен, — тип ышаныслы вәғәҙәләне йорт хужаһы.
Икеһе лә алтын ҡуллы, тырыш булғанға, бер-береһен аңлап йәшәгәнгә тормоштары ла яйлы матур парҙың.