

Талантлы хирург-проктолог, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ишмырҙа Хәйрнур улы Һиҙиәтовтың вафат булыуына 9 февраль 19 йыл тула. Мосолмандар донъяһында оло байрам — Ҡорбан ғәйете билдәләнгән көн ине ул.
...Инде олоғайған ата-әсәйемдең хәлен белергә ауылыма ҡайтым барам. Автобустан төшкәс, ғәҙәттәгесә, күкһел Ҡырҡты тауҙарына һоҡланып ҡарап, бер аҙ баҫып торам. Шулай торғанда, ниҙәндер һиҫкәнеп киттем дә, өйөбөҙгә ҡарай йүгерҙем.
Ҡапҡаны асып инеүгә танауға электән таныш танһыҡ еҫ бәрелде. Өләсәйем оҫҡон йыуаһын турап, май һалып бешергән һыу һалмаһының тәмле еҫе ине был. Ҡабаланып өйгә индем. Атайым, йөҙө ап-аҡ булып, урындыҡта ята, уның һул ҡулын усына алып, әсәйем эргәһендә ултыра.
— Уй, алла, әсәй, нимә булды атайыма? — тип ҡысҡырып ебәрҙем. Атайымдың бөтөнләй хәле юҡ, саҡ-саҡ тын алып ята.
— Бына атайың кәртә башынан ҡолап, ауыртынды, — тине лә әсәй башын күтәреп, миңә ҡараны. Уның да йөҙө һурылып, күҙҙәре тоноҡланып ҡалғайны.
Ауылыбыҙҙан сыҡҡан атаҡлы хирург Ишмырҙа ағай Һиҙиәтовтың ялға ҡайтҡанын белә инем. Шуға һүҙҙе оҙонға ебәрмәй:
— Ишмырҙа ағайҙарға барып киләм, — тип сығып та киттем. «Барып ҡара һуң», — тигән мөсһөҙ генә тауышы ителде әсәйемдең.
Мин барып ингәндә Ишмырҙа ағай тыш бейәләйҙәр кейеп, бер ҡулына соляркалы биҙрә, икенсеһенә бумала тотҡан килеш ихатаһында бик ихласлап ниҙер эшләп йөрөй ине.
Ашыға-ашыға хәлде аңлата башла-ным. Минең һөйләп бөткәнде лә көтмәне ул. Бейәләйҙәрен сисеп бүрәнә башына һалды ла ҡулын йыуырға тотондо. Кер һабыны менән ҡат-ҡат һабынлап, оҙаҡ йыуҙы ул ҡулын. Үҙе шул арала миңә күрһәтмә бирергә өлгөрҙө: «Бар ҡайт та таҙа таҫтамал, простыня әҙерлә. Үтекләнгән булһын. Мин хәҙер барып етермен».
Өйгә ҡайтып ағай ҡушҡан нәмәләрҙе әҙерләп тә өлгөрмәнем, өҫтөнә аҡ халат кейгән, тиҙ ярҙам күрһәтеү сумаҙанын тотҡан Ишмырҙа ағай килеп тә инде. Ауыртыуҙан ныҡ ыңғырашҡан атайымды күтәреп тигәндәй иҙәнгә баҫтырҙы ла ауыртҡан ерен баҫҡылап ҡарай башланы, температураһын үлсәне.
— Ниңә был хәлгә төшкәнсе йөрөнөң, ағый? Ике ҡабырғаң һынып үпкәңә ҡаҙала яҙған бит. Шунда уҡ әйтергә кәрәк ине миңә, — тип атайҙы ҡарауын дауам итте. Мин уның ҡушҡан һәр йомошон үтәргә әҙер булып, шул тирәлә баҫып торам.
— Һин, һеңлекәш, простыняны оҙонона ҡарай бөклә әле, — тине лә Ишмырҙа ағай ҡулын йыуырға йүнәлде, тағы таҙа бирсәткәләр кейҙе. Һынған ҡабырғалар араһына ете укол һалды Ишмырҙа ағай. Ул энә ҡаҙай башлау менән атайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, күҙҙәре нурланып киткәндәй булды.
— Хәҙер температураң да төшөр, ағый, — тип йыуатты уны табип.
Ошо эштәрен тамамлағас, биш-алты ҡат итеп бөкләнгән простыняның бер осон миңә тотторҙо ла, икенсе осон алып, атайымдың кәүҙәһен уратып сырмай башланы. Тотош уратып бөткәс тә, ыс-ҡынмаҫлыҡ итеп текте. «Был гипс булды, ағый. Ике аҙнанан йүнәлерһең, тыныс бул. Ныҡ баҫмай ғына атлап йөрө», — тип аңлатты.
— Ағайҙың температураһы күтәрелһә, бына ошоно бирерһегеҙ, — тип өҫтәлгә дарыу һалды.
— Тағы ике-өс кешене ҡарап сығаһым бар, — тип ағай сәйгә ултырманы. Һалмаҡ баҫып сығып китте. Ул сыҡҡас, өй бушап ҡалғандай тойолдо. Тыуған ауылына берәй мөһим йомош менән ҡайтып төшһә лә, йә сираттағы ялы булһынмы, Ишмырҙа ағай үҙенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡарауҙан һис тартынманы.
— Бына Ишмырҙа ағай ҡайтһа, күренеп ҡалыр инек, — тип уны көтөр ине ауыл кешеләре.
...Клуб шығрым тулы кеше. Өләсәйемә эйәреп, мин дә беренсе рәттән урын алғанмын. Клубтың тимер менән көплө түңәрәк мейесенә кешенең эске ағзаларының һүрәтен эшләп, таяҡса менән төртөп күрһәтә-күрһәтә, Ишмырҙа Хәйрнур улы ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан нисек һаҡланырға өйрәтә. Халыҡ уны тын да алмай тыңлай, ара-тирә һорау бирә.
Бындай сараларҙы ул бер тапҡыр ғына үткәрмәй, эскелектең зыяны тураһында ла ауылдаштарына лекциялар уҡый.
Бына шундай иҫ киткес кешелекле уҙаман ине беҙҙең Ишмырҙа ағайыбыҙ.
Мин атайымдың хәле бер аҙ яҡшырғансы яндарында булып, һеңлем килгәс кенә балалар янына ҡайттым.
Ә Ишмырҙа Хәйрнур улының хосписта ла эше етерлек. Барыһын да табырға, етештерергә, кәрәкле ҡорамалдар артынан көн һайын район үҙәгенә барырға кә-рәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул оло яугирҙең хәлен белешергә йыш килеп йөрөнө, тамам йүнәлгәнсе иғтибарынан ташламаны.
Ишмырҙа ағай төҙөткән хоспис 2000 йылдың декабрендә тәүге пациенттарын ҡабул итте. 2001 йылда юғары категориялы хирург И. Х. Һиҙиәтов районда «Йыл кешеһе» булып танылды.
Илебеҙ халҡының һаулығы һағында арымай-талмай эшләгән хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, РФ Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Ишмырҙа Хәйрнур улы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия кафедраһы профессоры була.
Ҡайҙарҙан ғына килмәйҙәр уны юллап. Үҙенең тылсымлы ҡулдары, тыныс, яғымлы тауышы менән йөҙҙәрсә кешеләргә ҡайтанан ғүмер бүләк иткән медицина фәндәре доценты И. Х. Һиҙиәтов 2002 йылда Почет Билдәһе ордены менән наградлана.
Үҙем ошо юлдарҙы яҙам, үҙем Ишмырҙа ағайҙың әсәһе Рәйхана инәйҙе күҙ алдыма килтерәм. Ул йә ейәне Илдар менән быҙау ҡыуалай, йә ейәнсәре Гөлнараның сәсен тарап үрә. Өҫтөндә ҡат-ҡат елпелдәк һалып тегелгән аҡһыл күлдәк, ҡулдан тегелгән ҡара камзул, башында яҙып ябынылған сәскәле яулыҡ. Ул замандарҙа инәй-өләсәйҙәр камзул-кәзәкейҙе, күлдәкте үҙҙәре тегеп кейә торғайны. Бала-саға сыр-сыу булып уйнаған ергә килер ҙә, мөләйем йөҙөн балҡытып, оҙаҡ ҡына ҡарап торор, арҡабыҙҙан һөйөр ине.
«Табиплыҡ һәләте Ишмырҙа ағайыма Райхана өләсәйемдән күскән. Өләсәйем беҙ белгәндән тирә-яҡта билдәле кендек инәһе булды. Төрлө үләндәр менән тире ауырыуҙарын дауалай торғайны», — тип һөйләй ағайҙың Мәскәүҙә йәшәгән һеңлеһе Ғәлиә апай. Ул да бар ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға бағышлаған табип-терапевт.
Ишмырҙа Хәйрнур улының өс балаһы ла атайҙарының изге һөнәрен лайыҡлы дауам итә. Илдар Ишмырҙа улы Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы. Ул буласаҡ табиптарға лекциялар уҡый, практик эштәр алып бара. Гөлнара Ишмырҙа ҡыҙы БДМУ-ла генетика һәм биология фәндәренән лекциялар уҡый, һаулыҡ һаҡлау буйынса төрлө эштәр алып бара.
Ишмырҙа Хәйрнур улының бәләкәй ҡыҙы Гөлнәзирә Мәскәүҙә йәшәй. Һөнәре буйынса ул табип-гинеколог.
Әйтергә кәрәк, Ишмырҙа ағайҙың ике ейәнсәре, бер ейәне лә уның яҡты рухына тап төшөрмәй, табип һөнәрен һайлаған. Улар ҙа уңышлы эшләп йөрөй. Ысын-ысындан табиптар династияһы.
Аҫыл кеше, илаһи зат Ишмырҙа Хәйрнур улы тураһында һөйләгәндә ине тип әйтергә тел әйләнмәй. Сөнки ул бөгөн дә яҡташтарының һаулығы һағында уяу баҫып тора, ауыр сирлеләргә ярҙам итеү йәһәтенән үҙе төҙөгән дауалау учреждениеһы алдында килгән һәр кемде ҡаршы алып, оҙатып ҡала.
Фәрзәнә ХАММАТОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
Фото ғаилә архивынан (И. Һиҙиәтов икенсе рәттә уңдан беренсе).