Төрлөһөнән
11 Февраля 2022, 07:05

Йәштәрҙең шәплегенә һоҡланырлыҡ

Яңы Балапан ауылында төпләнеп, донъя ҡорған йәштәр байтаҡ. Улар береһенән-береһе уҙҙырып йорттар һала, шәхси хужалыҡтарында мал тота, Магнит, Белорет йә Абҙаҡҡа йөрөп эшләй. Шундай уңған, шәп ғаиләләрҙең береһе — Нәркәс һәм Илһам Малыбаевтар.

Йәштәрҙең шәплегенә һоҡланырлыҡЙәштәрҙең шәплегенә һоҡланырлыҡ
Йәштәрҙең шәплегенә һоҡланырлыҡ

Яңы Балапан ауылында төпләнеп, донъя ҡорған йәштәр байтаҡ. Улар береһенән-береһе уҙҙырып йорттар һала, шәхси хужалыҡтарында мал тота, Магнит, Белорет йә Абҙаҡҡа йөрөп эшләй. Шундай уңған, шәп ғаиләләрҙең береһе — Нәркәс һәм Илһам Малыбаевтар.

Илһам ошо ауыл егете, Рәшиҙә һәм Ғимаҙи Малыбаевтарҙың улы. 2011 йылда Яйҡар һылыуы Нәркәс менән матур туй уҙғарып, оло тормош юлына бергәләп аяҡ баҫҡандар. Ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһының 23-се янғын һүндереү часында эшләй. Нәркәс Урал ҡыҙы Яңы Балапан урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, 2015 йылдан балаларға ҡатмарлы фән серҙәрен төшөндөрә. Икеһе лә эш урындарында яуаплы, тырыш белгестәр.
Малыбаевтар йәш кенә булһалар ҙа, күп балалы ғаилә статусына эйә. Тәүге балалары Динирға туғыҙ йәш, 3-сө класта уҡый, ҡыҙҙары Алина икенселә белем ала, Азизаға өс йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә 2020 йыл аҙағында үҙ көстәре менән һалынған ҙур йортҡа күскән. Ағас-тимер эштәрендә оҫта Илһам Ғимаҙи улы төҙөлөштө үҙе генә атҡарған тиһәм, яҙыҡ булыр. Янында һәр саҡ һөйөклө кәләше ярҙамлашҡан, кәңәш итергә, бергәләп эшләшергә лә ҡыйынһынмаған. Нескә, ҡупшы Нәркәстең болгарка менән бысҡанын йәки ҡыйыҡ башында ҡалай борғанын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин дә юҡ. Бына шулай, бергәләп тырышҡанға зауыҡлы, күркәм йорт килеп сыҡҡан. Йортта бөтә нәмәнең уйланып эшләнгәне күренеп тора, артыҡ әйбер юҡ. Икенсе ҡатҡа баҫҡысты Илһам үҙе яһаған. Карауаттар ҙа алтын ҡуллы оҫтаның ижад емеше. Яҡты, иркен бүлмәләрҙә ҡот уйнай. Бөхтәлек, тәртип, хатта балалар барлығын белдереп, унда-бында ятҡан уйынсыҡтар ҙа юҡ.
— Тәүҙә бәләкәй өйҙә йәшәнек. Шунан нигеҙ ҡорҙоҡ, йәш ғаилә булараҡ торлаҡ программаһында ҡатнашыуға сиратҡа торҙоҡ. Ул арала балалар ишәйҙе. Әллә ҡайҙан ярҙам көтөп ултырып булмаҫ, тип төҙөлөштө үҙебеҙ йәһәтләнек. Иптәшемә күп көс һалырға тура килде, — ти Нәркәс. — Ғаиләмде бөтә уңайлыҡтары булған матур өйҙә йәшәткем килә тигән хыялын тормошҡа ашырҙы.
Ысынлап та, кәртинкә кеүек йортта йәшәй Малыбаевтар. Ә төҙөлөш эштәренең шул тиклем сығымлы булыуын үҙе өй һалмаған кеше генә белмәйҙер. Эшһөйәр ғаиләнең үҙенең «фермер» хужалығы бар, улар ишле генә мал аҫырайҙар. Аҡса кәрәккәндә тотоноп, шуны иш янына ҡуш иткәндәр. Мал көткәс, йәй буйы бесәнен дә йүнләргә кәрәк. Үҙҙәренә генә түгел, атаһы, ҡайныһына ярҙам итергә өлгөрәләр. Бөтә техникаһы бар, бесән сабыу, йыйыу өсөн ҡулайламаларын үҙе эшләгән булдыҡлы хужа. Тракторына соҡор ҡаҙыуға ямобурҙы ла оҫталаған. Газелен «самосвалға» әйләндергән. Әйткәндәй, трактор, газелде кәләше лә йүгәнләй. «Атайым, беҙҙе, ике ҡыҙын бөтә ир-егеттәр эшенә өйрәтеп үҫтерҙе», ти Нәркәс. «Силәгенә күрә, ҡапҡасы» алтын ҡуллы Илһамдан бер ҙә ҡалышмай ул.
— Иптәшемә ҡайһы мәлдәрҙә икешәр тәүлек эштә булырға тура килә. Мин малға көнөнә бер нисә тапҡыр бесән һалып ыҙаламаһын өсөн, һарайға ҙур утлыҡса эшләп ҡуйҙы. Трактор менән тултырып һалһа, бер аҙнаға етә. Иртәнсәк ҡушабыҙ, көнө буйы ашайҙар, беҙгә һыу эсерергә генә ҡала. Мәктәп эше, балалар бәләкәй, етмәһә, мал ҡарар кәрәк тип мине йәлләй. Шуға эште еңеләйтергә тырыша. Ошоно уйлап табып, атҡарып ҡуйыуына ныҡ ҡыуанды, — тип йылмая Нәркәс.
Балаларын иркәләп, наҙ-һөйөүгә сорнап үҫтерә йәштәр. Бергәләп ял итергә, ҡайҙалыр барырға, бәләкәстәренә ер-һыу күрһәтергә яраталар. Шул саҡта яҡындарының ярҙамын тоялар, улар хужалыҡ, донъяны алып ҡалып торалар.
— Хыялдарыбыҙ күп. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға кәрәк. Булғаны менән сикләнеп ҡалмай, ҙурыраҡҡа, яҡшыраҡҡа ынтылыу мөһим. Ә быға бер-береңде аңлау, уртаҡ маҡсаттар менән яныу көс-дәрт бирә, — тиҙәр Малыбаевтар.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас