Төрлөһөнән
17 Февраля 2022, 10:23

Сәкән һуға балалар

Самат Фәхретдинов ете йыл инде шәхси ихатаһында балалар өсөн хоккей майҙансығы эшләй.

Сәкән һуға балаларСәкән һуға балалар
Сәкән һуға балалар

Көнсығыш-1 биҫтәһендәге М. Кәрим урамы балалары мәктәптән ҡайтып, өйҙә ата-әсәләренә ярҙамлашып, дәрестәрен эшләгәндән һуң, сәкән, конькиҙарын тотоп майҙансыҡҡа ашыға. Командаларға бүленеп малайҙар, ҡыҙҙар сәкән һуға. Уйын ҡарарға килгән кескәйҙәр — ихлас көйәрмәндәр.
Майҙансыҡты йүнәтеү, борттарын ҡуйыуҙа, боҙ эшләүҙә балалар үҙҙәре лә ярҙамлаша. Кәрәк булһа, тиҙ арала ҡарҙан да таҙартып алалар. Майҙансыҡта яҡты, свет үткән. Мауығып уйнап киткән балаларҙы, ҡайһы ваҡытта ата-әсәләре килеп ала. Уйынсыларға шайба эләгеп, яраланған осраҡтар ҙа булғылай. Малайҙар булғас, һуғышып та алалар. Самат апалары уларҙы аралап, яраларын бәйләп, гелән эргәләрендә булырға тырыша. Иң ҡыуаныслыһы, балалар компьютерға йәки телефонға бәйле түгел, саф һауала, физик яҡтан нығынып, сәләмәт булып үҫә, ялдарын файҙалы үткәрә.
Заһир Ғарипов, Алина һәм Данил Фәхретдиновтар, Регина Әхмәтғәлина, Лилиә һәм Айнур Бисенғоловтар, Инйәр һәм Батыр Ғималовтар, Әмин, Тимур, Азалия, Йәсминә һәм Арслан Иҙрисовтар, Әлфиә һәм Искәндәр Хөснитдиновтар, Дарина Кәримова, Азалия һәм Данил Ғәләүетдиновтар, Динислам Дәүләтшин — бына улар төп уйынсылар.
Фәхретдиновтар биҫтәлә эшһөйәрлектәре, киң күңелле булыуҙары менән билдәле ғаилә. Самат Сабит улы Ғафури егете булһа ла, Әбйәлил ерен йәмләп йәшәй. Афған һуғышы ветераны эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡансы, үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡалды. Әле Асҡар мәсетендә мөәзин. Теләк булғас, намаҙ уҡырға, балалар менән сәкән һуғырға, саңғыла йөрөргә, донъя мәшәҡәттәренә ваҡыт таба ул. Ҡатыны Люциә Нардвик ҡыҙы 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Бер-береһен аңлап йәшәгән ғаиләнең тормоштары көйлө. Улар 32 йыл матур ғүмер кисерә, икеһе лә дин юлында.
Тиҙҙән мәшәҡәтле лә, күңелле лә баҡса эштәре башлана. Фәхретдиновтарҙың ҡапҡаһында йылдағыса ике теплицала йәшелсәләр гөрләп үҫер, баҡса аллы-гөллө сәскәләргә күмелер. Ғаилә ошоға тиклем һыйыр тотҡан, әле һарыҡтар аҫырай.
Юғары белемле өлкән улдары Марат атаһы юлын һайлаған, ҡатыны Рита менән Норильскиға эшкә киткән. Ейәндәр әлегә олатай, өләсәй ҡарамағында ҡалған. Урал улдары Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге колледжда информатика буйынса белем алған, бөгөн ул ил алдындағы бурысын үтәй.
Ҡапҡа эсен шат тауыштар менән йәмләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар — Фәхретдиновтар өсөн оло ҡыуаныс. Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ тигәндәй, Самат апаларының изге ғәмәлен бала саҡтарының онотолмаҫ хәтирәһе итеп күңелдәрендә оҙаҡ һаҡлар улар.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Автор:
Читайте нас