Төрлөһөнән
21 Февраля 2022, 09:00

Йылға үҙәндәре таҙартыла

Башҡортостанда йылға үҙәндәрен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса эштәр дауам итә. Быйыл “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһынан алыҫ түгел Потеха йылғаһы эргәһендәге быуала экологик хәлдәрҙе яҡшыртыу буйынса эштәр алып барыла.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

– Быуаның хәле урындағы кешеләрҙе борсой ине. Ул һаҙлыҡҡа әйләнеп бара, йылы көндәрҙә еҫләнә. Һыу ятҡылығының төбөн  таҙартыу эштәрен 2020 йылда “Экология” милли проектының “Һыу объекттарын экологик сәләмәтләндереү” төбәк проекты сиктәрендә башланыҡ, быйыл тамамларға йыйынабыҙ, – ти БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.

Эштәр өсөн 80,92 миллион һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә  БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2022 йылда шулай уҡ Дим йылғаһында ла таҙартыу эштәре планлаштырыла.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас