Төрлөһөнән
22 Февраля 2022, 11:10

Бөгөн "Һеңлекәш" фильмын ҡарағыҙ

Кинокартинаны күрһәтеү Донецк һәм Луганск республикаларында барған хәлдәргә бағышлана.

Башҡортостан юлдаш каналы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәсәк.

Фильмды 22 февралдә 19: 40 сәғәттә ҡарарға мөмкин. Йәкшәмбе 12:30 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.

Кинокартинаны күрһәтеү Донецк һәм Луганск республикаларында барған хәлдәргә бағышлана.

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафутдинов һүҙҙәренсә, һуғыш арҡаһында тыуған ерҙәренән ҡасырға мәжбүр булған хәҙерге кешеләрҙең яҙмышы фильмдағы украин ҡыҙы Оксананыҡы менән оҡшаш. Ул да бит Бөйөк Ватан һуғышы заманында өйөнән алыҫ яҡтарға барып эләгә. 

Шулай уҡ Рөстәм Зарафутдинов ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фильмды эфирға сығарыуҙа ярҙам күрһәткән Әлфиә Мостаевнаға һәм Тимербулат Олеговичҡа рәхмәтен белдерә. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас