Төрлөһөнән
25 Февраля 2022, 11:25

Республика халҡын йылы көндәр көтә

Алдағы биш көндә Рәсәй биләмәһендә аномаль йылы һауа торошо фаразлана. Ошо хаҡта ТАСС агентлығына Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google

«Ай аҙағына тиклем һәм марттың тәүге көндәрендә Рәсәй биләмәһендә температура норманан юғарыраҡ була. Әгәр илдең Европа өлөшөндә алдағы биш көндә аномалиялар плюс дүрт-биш градус булһа, Көнбайыш Себерҙә, Красноярск крайында — плюс һигеҙ градус, ә иң ҙур аномалиялар — Чукоткала», — тип белдерҙе ул.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 февралдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2 градус.

Шәмбе, 26 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, көндөҙ +1,-4.

Йәкшәмбе, 27 февралдә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуа, ҡалған биләмәлә яуым-төшөм юҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11, көндөҙ +1,-4.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-25/zhiteley-bashkirii-ozhidayut-anomalno-teplye-dni-2705870

Автор:
Читайте нас