Төрлөһөнән
26 Февраля 2022, 03:00

Шыршы тубырсығы йыйыу бара

Иглин урмансылары мөһим эш менән мәшғүл – урман үрсетеү өсөн шыршы тубырсыҡтары әҙерләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иглин урмансылары мөһим эш менән мәшғүл – урман үрсетеү өсөн шыршы тубырсыҡтары әҙерләйҙәр.

Тубырсыҡ йыйыу миҙгеле көҙҙөң һуңғы көндәрендә башланып, февралгә тиклем дауам итә. Әле Иглин урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 1500 килограмм шыршы тубырсығы йыйған, тип хәбәр итә  Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Быйыл уңыш уртаса булды. Артабан тубырсыҡтарҙы эшкәртер өсөн “Борай урманы” ойошмаһына тапшырабыҙ. Орлоҡтар киләһе йылда питомникка ултыртыр өсөн ҡулланыласаҡ, – ти Иглин урман хужалығы директоры вазифаһын башҡарыусы Юламан Кейекбирҙин.

Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото – БР Урман хужалығы һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-02-24/tubyrsy-tar-shulay-yyyyla-ik-n-2704849

Автор:
Читайте нас