Төрлөһөнән
9 Марта 2022, 09:45

Ағымдағы йылға бурыстар

Милли проекттар буйынса башҡарыласаҡ эштәр планы аныҡланды. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ағымдағы йылға бурыстарАғымдағы йылға бурыстар
Ағымдағы йылға бурыстар

– Быйылдан Башҡортостанда 49 төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Федераль үҙәк менән төҙөлгән килешеүҙәрҙе иҫәпкә алып, беҙҙә 4 яңы проект барлыҡҡа килде. Улар – «Рәсәй йәштәре» («Мәғариф» милли проекты), «Беренсел звеноны яңыртыу» («Һаулыҡ һаҡлау»), «Туристик инфраструктураны үҫтереү», «Туристик продукттарҙың арзанлығын арттырыу» («Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты), – тип белдерҙе Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажитдинов хөкүмәт кәңәшмәһендә.

Ағымдағы йылда 44 модулле ФАП, 1,6 мең берәмек медицина ҡорамалы алыу, тағы ла 216 “Үҫеш нөктәһе» асыу, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Ишембай һәм Белорет райондарында 7 «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге, Салауат ҡалаһында “Кванториум” технопаркы булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ 18 мәҙәниәт объекты яңыртыласаҡ, «Стимул» программаһы саралары иҫәбенә 2,34 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү, тағы 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалалар һәм тарихи  ауылдар араһында (Сибай, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Учалы, Йылайыр районы Йылайыр ауылы, Мәләүез районы Воскресенск ауылы) 8 еңеүсе проектты тамамлау,  20,5 мең квадрат метрҙан ашыу авариялы торлаҡтан күсереү ҡаралған.

#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас