Төрлөһөнән
16 Марта 2022, 05:55

"Яҡты-Күл" популяр курорт

Ял итеүселәр был шифахананы башҡаларҙан өҫтөн күрә.

Матур тәбиғәт, саф һауа, яҡшы дауа - ял итеү, һаулыҡ нығытыу өсөн тағы ни кәрәк? Сит илдәргә сыҡҡансы, республика ял йорттары күпкә ҡулайлыраҡ. Кешбек ярҙамында, юллама хаҡының 20 процентын ҡайтарырға мөмкин булыуы ла уңайлы. Хаҡлы ялдағылар, төркөм менән килеүселәр өсөн ташламалар ҡаралған.

TVIL.RU торлаҡ бронләү сайты мәғлүмәттәре буйынса, Яҡтыкүлде 18 процент сайттан файҙаланыусылар һайлай. Башҡа күлдәр араһында Евпаторияның Мойнак, Голубицкое ләм, Байкал һәм Ладога күлдәре ҙур һорау менән файҙалана .

Ялға күпселек туристарҙың ғаиләләре менән килеүе, ҡунаҡхана йә фатир бронләүе билдәле.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас