

Район хакимиәтендә «Инвалидтар йәмғиәтенең ауыл хәбәрселәре мәктәбе» РФ Президенты грантын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Һөйләшеүҙә социаль үҫеш бүлеге начальнигы В. Ғафаров, район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Н. Әҡсәнова, «Абзелил» гәзитенең баш мөхәррире Т. Йомағужина, социаль үҫеш бүлеге белгесе З. Солтанова ҡатнашты.
Февраль айынан инвалидтар ойошмаһы менән «Абзелил» гәзите редакцияһы бергә тормошҡа ашырған «С. ВОИ» проектына әҙерлек башланды. Федераль грант аҡсаһына икешәр компьютер һәм смартфон алынған.
— Медиамәктәп — бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы проект буласаҡ, — тип билдәләне Нәсимә Вәис ҡыҙы. — Ул беҙҙең ойошма ағзаларының үҙ-үҙҙәрен асыу, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам итәсәк. Әйтергә кәрәк, был мәктәп айырым кешеләргә генә түгел, ойошмаға ла бик кәрәк. Медиа киңлегендә эшләү өсөн беҙгә күп осраҡта белем, оҫталыҡ етмәй, шул арҡала эшмәкәрлегебеҙҙе матур итеп күрһәтә алмайбыҙ. Яҙышҡан, социаль селтәрҙәрҙә эшебеҙҙе лайыҡлы сағылдырған таланттар асылһа, бик шәп буласаҡ.
Проект сиктәрендә текст яҙыуға өйрәтеү, коммуникациялар өлкәһендә эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү күҙаллана. Район журналистары менән осрашыуҙар, уларҙың мәҡәлә-репортаждар яҙыу тәжрибәһе, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам буласаҡ.
«Абзелил» гәзитенең баш мөхәррире Таңсулпан Йомағужина билдәләүенсә, «Инвалидтар йәмғиәтенең ауыл хәбәрсеһе мәктәбе» проекты ойошма ағзалары өсөн дәрестәр уҙғарыуҙы һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе үҙ эсенә аласаҡ. Контент булдырыу һәм проекттың сайтында, район гәзиттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә ойошманың яңылыҡтары, эше тураһында мәғлүмәт биреү маҡсаты ҡуйылған. «С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе» уҡыусыларынан район инвалидтар ойошмаһының матбуғат үҙәген ойоштороу, «Абзелил» гәзитендә рубрика булдырыу, киң мәғлүмәт сараларында ойошма тураһында мәҡәләләр һанын арттырыу планлаштырыла. 1 апрелдән проекттың тәүге төркөмө өсөн дәрестәр башланасаҡ.
— Мәғлүмәти киңлектә үҙеңде күрһәтеү, һүҙеңде еткереү өсөн район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһе урынлы буласаҡ тип һанайым. Улар ябай тел менән ойошма ағзаларына төрлө темаларға яҙырға өйрәтер, — тине Вадим Фәнил улы.
Проект етәксеһе Н. В. Әҡсәнова район хакимиәте вәкилдәренән «С.ВОИ» ауыл хәбәрсеһе мәктәбе»н финанслау сиктәрендә билдәләнгән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораны. В. Ф. Ғафаров үҙ сиратында, хакимиәт яғынан ярҙам булыр, тип вәғәҙәләне.