Төрлөһөнән
26 Марта 2022, 05:30

Һарыҡ үрсетеү – төшөмлө шөғөл

Һарыҡ үрсетеү – малсылыҡтың күп яҡлы йүнәлешле төрө ул.

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Миләүшә Аманова һарыҡ үрсетә. Мал һаны йылдан-йыл арта. Эш башлағанда 37 баш һарыҡ иҫәпләнһә, бөгөн 60-тан ашҡан. Ҡуй малына һорау  бигерәк тә Ҡорбан ғәйете осоронда күп, ти эшҡыуар.

Һарыҡ үрсетеү – малсылыҡтың күп яҡлы йүнәлешле төрө ул. Йөн, тире, илтер (бәрәс тиреһе), ланолин, ит, ҡуй майы алып була был малдан.

Миләүшә Рәсүл ҡыҙы был эшкә 2020 йылда тотона. Бөгөн уның фермаһында дүрт кеше эшләй.

Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа осрап тора. Сибай ҡалаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелгән ярҙам мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Фермер хужалығы үҫешеүен дауам итә, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-03-25/ary-syly-t-sh-ml-sh-l-2743791?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас